"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Алтын – көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил артыҡ.

Комментарийҙар

Главная
Матбуғат
"Матбуғат"
03.08.2016

Дүртөйлө районының "Юлдаш" гәзите эшмәкәрлеге
Баҫманың баш мөхәррире урынбаҫары Илдус Тимерханов.

Фәнүзә Баһауетдинова
«Матбуғат»
27.07.2016

“Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексының мәҙәниәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире Гөлдәр Ишкинина.

Фәнүзә Баһауетдинова
"Матбуғат"
13.07.2016

"Тыуған яҡ" Октябрьский ҡала гәзите эшмәкәрлеге
Баҫманың бүлек мөдире Сәлиә Ғәрифуллина.

Фәнүзә Баһауетдинова
"Матбуғат"
29.06.2016

"Өмөт" гәзите эшмәкәрлеге
Баҫманың әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге хәбәрсеһе Елена Фатихова.

Фәнүзә Баһауетдинова
"Матбуғат"
22.06.2016

"Башҡортостан ветерандары" гәзите эшмәкәрлеге
Башҡортостан журналистика ветерандары берекмәһе рәйесе, баҫманың редакция ағзаһы Марсель Сәлимов.

Фәнүзә Баһауетдинова
«Матбуғат»
15.06.2016

Башҡортостан Журналистар союзы эшмәкәрлеге.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, берлектең рәйес урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев.

Фәнүзә Баһауетдинова

Комментарий

Матбуғат

Әссәләмәғәләйкүм! Әхмәр Үтәбай, Сәлимйән Бәҙретдинов, Ризуан Хажиев, Әлфиә Батталова, Рәсүл Сәғитов кеүек күренекле шәхестәр радиола журналистика буйынса «Оҫталыҡ дәресе» алып барһа, киләсәктә журналист булырға хыялланған мәктәп уҡыусылары, студенттар, шулай уҡ матбуғат өлкәһендә эшләп йөрөгәндәр өсөн файҙалы булыр ине, минеңсә. Кемдер, Матбуғат министрлығы, журналистика факультеты эше бит ул, тиер. Әммә был өлкә менән ҡыҙыҡһынған һәр кем ниндәйҙер күрста, БДУ-ла уҡыу мөмкинлегенә эйә түгеллеген иҫәпкә алғанда, файҙаһы булыр һымаҡ. Гәзит-журналға ябай халыҡ та яҙыша бит әле. Улар ҙа үҙенә кәрәкле мәғлүмәт алыр. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт! Рәмилә Вахитова.

Ихлас һәм эшлекле тәҡдимдәрегеҙгә рәхмәт!

Хөрмәтле Рәмилә апай! Иғтибарығыҙ өсөн ҙу-у-ур рәхмәт!
Студенттар матбуғатҡа яҙылып, уҡып барһын өсөн, минең уйымса юғары уҡыу йорто уҡытыусыларының аңлатыу эштәре алып барыуы, хатта талабы кәрәк…
1. Журналистарҙың эш хаҡына килгәндә, һуңғы ваҡытта был һорау семинар, форумдарҙа ла яңғыраны…
2. Кәңәш-төңәшселәрҙе, почта хеҙмәткәрҙәрен саҡырыуҙы, Алла бирһә, тормошҡа ашырырға тырышырбыҙ!
Ихлас һәм эшлекле тәҡдимдәрегеҙгә ҙур рәхмәт! Тыуған яҡтың һулышын тойоп, ҡыҙыҡһынып, беҙҙе дәртләндереп тороғоҙ. Беҙҙе осраштырған эфир тулҡындарында БЕРГӘ ҠАЛАЙЫҠ!
Ихтирам менән, Фәнүзә Баһауетдинова.

Матбуғат

Матбуғаттың шәхес тәрбиәләүҙәге, уға белем биреүҙәге роле баһалап бөткөһөҙ икәнен иҫәпкә алғанда, гәзит-журнал алдырып уҡыусының әҙ булыуы, һис шикһеҙ, борсоуға һала. Ошо хаҡта авиация, медицина, нефть университеттары, физика-математика факультеттары студенттары ни уйлай? (Филология факультеты студенттары фекере билдәле – В.Р.) Әйткәндәй, аграр университеттан бер егет: «Биш йыл уҡыу дәүерендә башҡортса гәзит уҡыған, радио тыңлаған осраҡты күрергә тура килмәне»– тигәйне. Үҙегеҙ беләһегеҙ, унда башҡорт йәштәре күп. Ә шул йәштәр үҙ телен, тарихын, мәҙәниәтен үҙ итһен өсөн ни эшләргә? Был һорауға улар үҙҙәре ни тиер? Минеңсә, аграр университетында БДУ-ның «Шоңҡар» түңәрәге филиалын асып ебәргәндә, ауыл хужалығы белгестәре телгә, мәҙәниәткә нығыраҡ ылығыр һымаҡ. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? «Матбуғат» тапшырыуында ошо мәсьәләне лә яҡтыртып булмаҫмы? Ихтирам менән, Рәмилә Вахитова.

Матбуғат

Һаумыһығыҙ!
1) 5 сентябрь көнө Сибәғәт Рахманғолов бик мөhим тема күтәрҙе. Бакhан, «Өсөнсө власть» (әллә дүртенсеме?) тип йөрөтөлгән матбуғат хеҙмәткәрҙәренең хәле үтә лә мөшкөл икән. Эш хаҡы: 5 - 6 мең! Рәсәйҙең иң бай төбәктәренең береhе булған Башҡортостан өсөн оят түгелме? Ә «беренсе власть», «икенсе власть» сафындағыларҙыҡы 100-әр мең! Быны мин уйлап сығарманым, биргән декларациялары шул хаҡта hөйләй. Оят! Әммә иламаған балаға имсәк ҡаптырмайҙар тигәндәй, журналистар ул мәсьәләне күтәреп сыҡҡаны бармы hун? Мин был хаҡта С.Рахманғолов ауыҙынан тәүләп ишеттем. Бүтәндәр ҙә шулайҙыр.

2) «Матбуғат» тапшырыуына гәзит-журналға актив яҙышҡан, радио тапшырыуҙарына кәңәш-төңәш менән йыш шылтыратҡан тыңлаусыларығыҙҙы ла саҡырып hөйләшhәгеҙсе. Уҡыусы, тыңлаусы, шулай уҡ почта хеҙмәткәрҙәре фекере лә яңғыраһа, ҡыҙығыраҡ булыр ине, тиеүем. Ғөмүмән, тапшырыуығыҙ бик оҡшай. Рәхмәт! Эшегеҙҙэ уңыш теләп, Р.Вахитова.

Комментарий яҙыу

  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Разрешённые HTML-теги: <a> <em> <strong> <cite> <code> <ul> <ol> <li> <dl> <dt> <dd>
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

Тексты форматлау тураһында тулыраҡ

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
CAPTCHA на основе изображений
Введите символы, которые показаны на картинке.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.