"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Ере күп булған ил көлөр,
Бейе күп булған ил бөлөр.

Комментарийҙар

Главная
Беҙҙең донъя
"Беҙҙең донъя". Әҙәбиәт
07.02.2017

Киләсәккә - йәйғор күпер...
"Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева менән шағирә Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина.

Алып барыусы - Фәрзәнә Аҡбулатова

"Беҙҙең донъя". Театр
06.02.2017

Сәхнәлә уҙған ғүмер!
Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Миңзәлә Хәйрүллинаны тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!!!

Алып барыусы: Шәүрә Ғилманова

«Беҙҙең донъя»
03.02.2017

Ҡужан мөғжизәһе - өлтөк ҡарағастар

Әбйәлил районы Ҡужан ауылынан мәғариф ветераны Клара Абдуллина.

Гөлдәр Күзбәкова
"Беҙҙең донъя". Әҙәбиәт
31.01.2017

"Йәшә әле, йәшә"
Филология фәндәре кандидаты, яҙыусы, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Сәлимйән Бәҙретдинов.

Алып барыусы: Әнисә Муллағолова

"Беҙҙең донъя". Театр
30.01.2017

Һеҙҙә ниндәй хәлдәр бар?
Туймазы татар дәүләт драма театры директоры Фирҙәт Ғәбиҙуллин.

Алып барыусы: Шәүрә Ғилманова

"Беҙҙең донъя". Музыка
26.01.2017

Ғүмер байрамығыҙ ҡотло килһен!
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Флүрә Килдейәрова.

Урал Ниғмәтуллин

Комментарий

Һөйләшеү оҡшаны

Көйөргәҙе районынан яҡташыбыҙ Сулпан Миңлебаева менән тапшырыуҙы рәхәтләнеп тыңланыҡ. Ҡыҙыҡлы тапшырыу өсөн Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаға һәм "Ашҡаҙар" радиоһына ҙур рәхмәт. Уңыштар һеҙгә!!!

мин дә ҡыҙыҡһынып тыңланым

Сулпан Миңлебаева менән тапшырыуҙы мин дә ҡыҙыҡһынып тыңланым.Ошоғаса"Бәйләнештә"селтәрендә уның фәлсәфәүи йөкмәткеле шиғырҙарын уҡығаным бар ине.Шиғырҙары бик оҡшай.Тормошсан,бай йөкмәткеле шиғырҙар ижад итә шағирә. Ҡыҙыҡлы тапшырыу өсөн Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаға һәм "Ашҡаҙар"радиоһына ҙур рәхмәт!Сулпан Рәжәп ҡыҙының хикәйәләре,эсселары тураһында ла фекерҙәрегеҙҙе ишеткем килә.Барығыҙға ла уңыштар теләп ҡалам.с.м.Әлфиә,Баймаҡ районы.

Салауат Әбүзәровтың ижадына мөкиббәнмен

Ҡәҙерле Ашҡаҙар радиоһы! Һеҙҙең тапшырыуҙарҙы интернет киңлектәре аша даими тыңлап барам. Һеҙҙең тыныс, гармониялы тулҡындар ысынлап та күңеллдәргә лә һиллек өҫтәй, хәҙерге етеҙ тормош ритмдарынан бер аҙ тын алып, туҡталып, уйланып алырға форсат бирә. Һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар теләйем, яңынан-яңы тапшырыуҙар менән ҡыуандырып торһағыҙ ине, тигән теләгем дә бар. Кисә. БЕҘҘЕҢ ДОНЪЯ программаһына саҡырылған шағир Салауат Әбүзәровтың сығышы бик оҡшаны. Ул һәләтле шәхес, үҙе тыйнаҡ, иманлы кешегә оҡшаған. Уға күп сәләм еткерһәгеҙ ине тыңлаусыларҙан. Һеҙҙе хөрмәт итеп ҡалыусы тыңлаусығыҙ Өфөнән Лилиә.

...рәхәтләнеп тыңланым...

Рәсүл Сәғитов менән Азамат Юлдашбаев ҡатнашлығындағы тапшырыуҙы рәхәтләнеп тыңланым. Ул егеттәрҙе былай ҙа хөрмәт итәм, бынамын тигән, үҙ фекерҙәре булған, шуны матур итеп әйтә лә белгән кешеләр. Шуға күрәлер ҙә инде үҙҙәрен йыш ҡына төрлө сараларға саҡырып торалар. Минеңсә, шундай егеттәрҙән берәй клуб төҙөп ебәрергә кәрәк. Сәләм менән Рәшит.

...рәхәтләнеп тыңланым...

5 февраль көндө Венер Исхаҡов һәм Айгиз Баймөхәмәтов менән ойошторолған әңгәмәне рәхәтләнеп тыңланым. Икеһенең дә ижады менән ҡыҙыҡһынып барам. Афариндар! Уларға ҙур өмөт бағлайым. Шундай аҫыл егеттәр менән матур осрашыу үткәргән Зәки Әлибаевҡа ҙур рәхмәт!

…тыңлауы рәхәт…

25 ноябрь эфирға сыҡҡан «Беҙҙең донъя» тапшырыуының «Әсә янында бала яңғыҙ булмай» тигән сығарылышы битараф ҡалдырманы. Миләүшә Иҙрисова ҡала ҡыҙы булһа ла, башҡортса бик матур һөйләшә, теле бай(!), тос фекерле, тыңлауы рәхәт. Рәхмәт, һылыу!

…тапшырыуҙарығыҙ юғары интеллектуаль кимәл тураһында һөйләй...

Зиләкәй! (Сәғәҙиева) Физалия һәм Илһам Рәхимовтар бигерәк матур йырлай икән. Уларҙың тағы ниндәй йырҙары бар һәм ҡайҙа, нисек тыңларға, тигәндәй ... Әҙерләгән тапшырыуҙарығыҙ (телевидениела ла, радиола ла) юғары интеллектуаль кимәлегеҙ тураһында һөйләй, Зилә, рәхмәт!

«Беҙҙең донъя». Әҙәбиәт.

Гөлназ һылыу! Рита Фәтҡуллина менән әңгәмәгеҙҙә әҙәби тәнҡит булмауы хаҡында һүҙ булды. Ә башҡорт журналистикаһының, әҙәбиәтенең оҫталарҙан-оҫтаһы Әхмәр Үтәбай, Сәлимйән Бәҙретдинов, Азамат Юлдашбаев, Спартак Ильясов, Ризуан Хажиев һәм башҡалар бөгөнгө әҙәбиәткә, журналистикаға ниндәй баһа бирә? Ошо теманы яҡтыртыу мөмкинлеге бармы?
Әйткәндәй, тапшырыуға «Әҙәбиәт донъяһынан яңылыҡтар»ҙы индереп ебәреүегеҙ бик оҡшаны. Рәхмәт! Ихтирам менән, Рәмилә Вахитова.

Тапшырыуҙарҙы тыңлап барыуығыҙ һөйөндөрә…

Рәмилә апай, ҙур рәхмәт! Тапшырыуҙарҙы тыңлап барыуығыҙ һөйөндөрҙө. Әҙәби тәнҡит, шиғриәт, проза хаҡында һәр килгән ҡунаҡтан фекерҙәрен белешәбеҙ. Кемдер ҡәнәғәт, кемдер тәнҡит юҡ, ти. Һеҙ әйткән исемлектәге яҙыусыларҙы ла саҡырырбыҙ тип күҙ уңында тотабыҙ. Икенсе шишәмбелә оҙаҡ йылдар Журналистар союзының етәксеһе булған Марсель Сәлимовтың килеүе көтөлә. С/м Гөлназ Ҡотоева

«Ашҡаҙар»ҙар, баһалап бөткөһөҙ ҙур эш башҡараһығыҙ...

Хөрмәтле Гөлназ ! Яҙмама иғтибар итеүегеҙ өсөн рәхмәт ! Шулай ҙа яҙыусыларҙың, журналистарҙың исем-шәрифен атап үтеүемдең сәбәбен дә яҙмаҡ булдым әле. Беренсенән, Әхмәр Үтәбай ижадындағы фекер тәрәнлеге хайран итә! Уны, мин, донъя кимәлендәге аҡһаҡалдар ҡороноң түрендә ултырыр зат, тип баһалайым. Ә Ризуан Хажиев, Сәлимйән Бәҙретдиновҡа килгәндә, улар Совет заманында, матбуғаттың «аяҡ-ҡулы бығауҙа» саҡта ла, хаҡ һүҙен ҡурҡмай әйтеп, халыҡтың аң-белемен күтәреүгә ҙур өлөш индергән, исемдәре тарих йылъяҙмаһына алтын хәреф менән яҙылыр шәхестәр. Аңлашылалыр,уларҙың радиолағы сығышы көтөп алына. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына әҙиптәр халыҡ алдына әҙерлекһеҙ сыға. Ни булһа ла һөйләрмен әле, бөткәнме ни һүҙ, тиҙәр, күрәһең. 5, 10, 15 йыл әүәлге радиояҙмаларҙы сағыштырып ҡарағыҙ – бер үк фекер, бер үк һүҙ. Ҡапҡан һайын ҡалъя булмаҫы билдәле, әммә радио тыңлаусы профессор, сәйәсмән, сөгөлдөрсө, эшҡыуарға минең телмәрем нимә бирҙе, тигән һорау ҡуйырға тейештер бит әҙип. Икенсенән, журналистың әңгәмәсеһенә биргән һорауына, һөйләм төҙөлөшөнә иғтибар итергә ғәҙәтләнгәнмен. Һеҙ, Гөлназ һылыу, һәр тапшырыуҙа «Һеҙ бәхетлеме?», «Кешеләге ниндәй сифатты өнәмәйһегеҙ?» тип һорайһығыҙ. Берәү ҙә «Мин – бәхетһеҙ» тип зарланмай. Бөтәһе лә, ялҡаулыҡты, алдашыуҙы, танау сөйөүсене енем (енем!) һөймәй, тип яуаплай. Тимәк, һора-һорама – яуап билдәле. Шулай булғас, был һорауҙарҙы биреү урынлымы? Әйткәндәй, 1990 йылдарҙа «Башҡорт булыуың менән ғорурланаһыңмы?» тигән һорау йыш осрай ине.
Һуңғыһы. Һеҙҙең тапшырыуҙар, әсә телен яҡшыраҡ үҙләштерергә, әҙәбиәт, мәҙәниәт илендә сәйәхәт итергә, сетерекле донъяуи хәлдәрҙе аңларға өйрәтә, йәшәү өлгөһө күрһәтә. Баһалап бөткөһөҙ ҙур эш башҡараһығыҙ, хөрмәтле журналистар! Рәхмәт!
Ихтирам менән, «Ашҡаҙар»ҙы диҡҡәт менән тыңлаусы Рәмилә Вахитова.

«Ашҡаҙар»ҙы Чехияла тыңлайым

Һаумыһығыҙ! «Ашҡаҙар»ҙарға Чехиянан күп сәләмдәр еткерәм.
«Ашҡаҙар» радиоһын даими рәүештә тыңлап барам, дуҫтар, рәхмәт! Айырыуса Гөлназ Ҡотоеваның поэзия буйынса тапшырыуҙары оҡшай, үҙе ихлас, ябай тел менән, тыныс ҡына итеп алып бара.
Бер тәҡдимем бар ине һеҙгә: «Ашҡаҙар» радиоһын … тыңлайҙар тигәндә Прага, Брно,
Мюнхен, Ульм, Биберах ҡалаларын да өҫтәгеҙ әле, зинһар өсөн!
Сөнки минең Германияла – Ульм, Биберах, Мюнхен ҡалаларында тыңлағаным бар. Ҡыҙым Таңсулпан «Ашҡаҙар»ҙы Германияла тыңлай, мин Брно ҡалаһында тыңлайым. Австрияла ла тыңлайҙар. Ғөмүмән, интернет аша күңелегеҙгә ятҡан радионы тыңларға мөмкин, Ер шары бик бәләкәй бит!
Ихластан уңыштар теләп, Миләүшә Ҡолмөхәмәтова.

Беҙҙең донъя.

Тапшырыуҙа музыканы әкренерәк ҡуйыр кәрәктер, юҡһа, һөйләшеүҙе тыңларға ҡамасаулай.

Яуап:

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт, теләгегеҙҙе тауыш режиссерҙарына еткерҙек.

21 сентябрҙәге «Беҙҙең донъя»

21 сентябрҙә Марсель Ҡотлоғәлләмов алып барған «Беҙҙең донъя» тапшырыуы бик ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле булды. Шуныһы үкенесле, һөйләшеү эфирҙа ғына ҡалмай, ысынбарлыҡта үҙ һөҙөмтәһен бирһә ине лә бит.
Сәләм менән тыңлаусығыҙ Байназар.

Комментарий яҙыу

  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Разрешённые HTML-теги: <a> <em> <strong> <cite> <code> <ul> <ol> <li> <dl> <dt> <dd>
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

Тексты форматлау тураһында тулыраҡ

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
CAPTCHA на основе изображений
Введите символы, которые показаны на картинке.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.