Марс Әхмәтшин "Үкенеү"
Башҡортостандың халыҡ артисы Әхтәм Абушахманов уҡый, 1998 йылғы яҙма.
Илдус Тимерханов "Мейес йылыһы"
Башҡортостандың халыҡ артисы Миңзәлә Хәйруллина уҡый, 2016 йылғы яҙма.
Рәйсә Бикҡолова "Йән тартмаһа"
Башҡортостандың халыҡ артистары Хәмит Яруллин менән Наилә Ғәләүетдинова уҡый, 2004 йылғы яҙма.
Зөһрә Ҡотлогилдина "Ике күрше"
Башҡортостандың халыҡ артисы Сәүиә Сираева уҡый, 1998 йылғы яҙма.
- « БЕРЕНСЕ БИТ
- ‹ АЛДАҒЫ БИТ
- …
- 5
- 6
- 7
- 8
- 9
- 10
- 11
- 12
- 13
- …
- КИЛӘҺЕ БИТ ›
- ҺУҢҒЫ БИТ »
минең шәхси фекерем
Ҙур ҡыҙыҡһыныу менән Әхмәр Үтәбайҙың, Дамир Шәрәфетдиновтың хикәйәләрен тыңлап сыҡтым. Тағы ла Әмир Әминев оҡшай. Һуңғы йылдарҙа Мөнир Ҡунафин үҙен ярайһы оҫта прозаик булараҡ күрһәтте. Башҡорт әҙәбиәтенең бөгөнгө йөҙөн билдәләгән әҙиптәр бына улар инде, тип иҫәпләйем. "Ашҡаҙар"ҙа уларҙың тауышын йышыраҡ ишетке килә, был үтенес тип әйтәйемме, минең шәхси фекерем инде. Уңыштар теләйем егеттәргә лә, һеҙҙең журналистарға ла. Өфөнән Айҙар ағай Хәсәнов.
"Йәннәт баҡсаһы"н көтөп алып тыңланым
Рамаҙан айын бик матур әҫәр менән башлап ебәрҙегеҙ! Гүзәл Ситдиҡованың "Йәннәт баҡсаһы"н көндән-көн көтөп алып тыңланым. Уҡыған актрисаһы Илсөйәр Ғизетдинованың да тауышы яғымлы.
Мин дә тынлыҡты тыңланым
Хөрмәтле "Ашҡаҙар" радиоһы коллективына Фәрзәнә һеңлекәш Аҡбулатованың "Мин тынлыҡты тыңланым" исемле хикәйәһе өсөн айырым рәхмәт әйткем килә! 3 сығарылышты ла көтөп алып тыңланым. Көслө тәъҫир ҡалдырҙы әҫәр. һеҙҙән тағы ла ҡыҙыҡлы сығарылыштар көтөп ҡалабыҙ, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Өфөнән Әсмә апайығыҙ Әхмәтшина.
Китап уҡырға ваҡыт та аҙ,
Китап уҡырға ваҡыт та аҙ, мөмкинлектәр ҙә сикле ваҡытта йәшәйбеҙ. Ашҡаҙар каналындағы Сәсмәүер, Илһам рубрикалары минең кеүектәр өсөн махсус әҙерләнгәндәй. Спектаклдәрегеҙ бик ҡыҙыҡлы. Тик яңылары һирәк. Театр премьералары тураһында бик ылыҡтырғыс итеп һөйләйһегеҙ, беҙҙең дә күрге килеп китә, тик Өфөгә сығып китеү мөмкинлеге һирәк тейә. Театрҙар хәҙер гастролгә лә йыш сыҡмай, шикелле. Яңы йылдан тағы ниндәй тапшырыуҙар менән шатландырырға уйлайһығыҙ зауыҡлы тыңлаусыларығыҙҙы. Яңылыҡтар көтөп, Зөфәр.