"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Ил ҡәҙерен белмәгән –
башын юғалтҡан,
ер ҡәҙерен белмәгән –
ашын юғалтҡан.

Комментарийҙар

Главная
Ижади портрет
"Ижади портрет"
24.02.2016

БР Хәрби Дан музейы хеҙмәткәре, скульптор, башҡорт хәрби тарихын тергеҙеүсе замандашыбыҙ Илдар Шәйәхмәтов

"Ижади портрет"
25.01.2016

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған көнкүреш хеҙмәткәре, шәхси эшҡыуар Рәйлә Фәсхетдинова

"Ижади портрет"
18.01.2016

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, бейеүсе Зөлфиә Ҡудашева

"Ижади портрет"
28.12.2015

Башҡорт эстрадаһы йондоҙо Венера Юлгилдина

"Ижади портрет"
21.12.2015

РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы, йырсы Фәриҙә Ҡудашеваның тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан

"Ижади портрет"
15.12.2015

Матурлыҡҡа, яҡтылыҡҡа, ихласлыҡҡа әйҙәгән музыкаль әҫәрҙәр кеше күңеленән юйылмай...
Ҡунаҡта БАССР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, СССР композиторҙар берлеге ағзаһы Рим Мәхмүт улы Хәсәнов.

Комментарий

Зөмәйрә Сафинаға

Зөмәйрә Сафинаның барлыҡ тапшырыуҙарын көтөп,яратып тыңлайым. Фәлсәфә, аҡыл - ҡиммәттәр, информация туплаған һәр бер сығарылыш өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. Ҡунаҡтар менән әңгәмә юғары кимәлдә үтә. Тәбиғәттән бирелгән тауыш менән бергә профессионал булыуығыҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Туғаным, артабан да эшеңдә уңыштар, иҫәнлек - һаулыҡ һәм оҙон ғүмерле булыуыңды теләйем. Ҙур сәләмдәр еткереп Өфө ҡалаһынан Резеда апайың.

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, Резеда апай. Матур теләктәрегеҙ беҙгә көс өҫтәй, артабан да рухланып ижад итергә дәртләндерә. Һеҙгә лә именлек, тыныс тормош теләйбеҙ, киләсәктә лә беҙҙең яҡын дуҫтарыбыҙҙың береһе булып ҡалығыҙ. Рәхмәт.

Марат Моратовтың яҡты иҫтәлегенә бағышлап

"Ашҡаҙар" радиоһында Нефтекама ҡалаһының иң талантлы шәхестәребеҙҙең береһе - Марат Моратов хаҡында тапшырыуҙы тыңланым. Структур-композицион йәһәттән шундай матур итеп эшләнгән,бай йөкмәткеле, әҙииптең бөтә тормош юлы һәм ижады, рухиәте, күңел донъяһы, хис-тойғолары сағылыш тапты. Коллегалары, ҡәләмдәштәре, дуҫтары Рәлиф Кинйәбаевтың, Азат Үтәкәевтың уның тураһындағы хәтирәләре был тапшырыуға мәртәбә өҫтәне. Ә Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин тарафынан уҡып ишеттерелгән шиғырҙар тағы ла тыңлаусыларҙы Марат Моратов ижадының тәрәнлеген, фекер ҡеүәһенең тослоғон тойорға ярҙам итте.

Зөмәйрә Сафинаға

Зөмәйрә Сафинаның үтә лә моңло,матур тауышы йыр булып яңғырай, эшләнгән тапшырыуҙарын айырыуса көтөп аламын. Зөмәйрә ханым, һеҙгә уңыштар, илһам һәм эшегеҙҙә яңы үрҙәр теләйем. Иң изге теләктәр менән даими тыңлаусығыҙ Римма. Ҙур рәхмәт һеҙгә.

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.

Римма! Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, тыңлаусыларыбыҙҙың фекерҙәре беҙҙе ҡыҙыҡһындыра, тапшырыуҙарыбыҙға шулай үтә ихтирамығыҙ өсөн рәхмәтлебеҙ. Матур теләктәрегеҙ дәрт өҫтәй, күтәренке кәйефтә артабан да хеҙмәтебеҙҙе дауам итербеҙ, даими тыңлаусыларыбыҙҙың булыуы миңә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй, артабан да һеҙҙе ҡыуандырып эшләү маҡсатын тормошҡа ашырып, хеҙмәтебеҙҙән ҙур кинәнес алып эшләрбеҙ. Рәхмәт!

как сахранить на компьютер

Бик матур, эстәлекле тапшырыуҙар. Рәхмәт бөтә Ашҡаҙар эшмәкәрҙәренә.

Ижади портреттарығыҙ

Ижади портреттарығыҙ шәхестәрҙе төрлө яҡлап асып бирә. Айгөл Һағынбаеваны матур, талантлы ғыналыр тип уйлай инем, хәтәр аҡыллы ла булып сыҡты, Мәжит Алкинға халыҡ артисы исеме бирелмәүе аптыратты, хәҙер уңға ла һулға ла таратылған исем элек бик ҡиммәтле булған, һәр кемгә лә бирелеп бармағаны аңлашыла, әммә тағы ла ни тиклем башҡарыу оҫталығы кәрәк булған икән элекке замандарҙа. Филүс Ҡаҙаҡбаевты бик һәләтле бейеүсе тип белә инек, бюрократ итеп әрәм иткәндәр икән. яңы портреттар көтәбеҙ. Дәүләкәндәр.

Тапшырыуҙарҙы тыңлап, ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәм…

Һаумыһығыҙ ! Бөгөн интернеттан Зөмәйрә Сафинаның «Халыҡ гәүһәрҙәре» рубрикаһындағы тапшырыуҙарын тыңлап, ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерҙем. Мәктәптә йыр дәресендә, төрлө мәҙәни сарала файҙаланыу өсөн ниндәй һәйбәт материал! Ә «Яңы китап»ты тыңлағас, телгә алынған китапты тиҙерәк ҡулға алып, танышыу теләге уяна. Уҡымаҫ ерҙән уҡырһың! Таһир Дәүләтҡолдоң «Фатиха»һы иһә һәр кемгә һабаҡ! Быларҙы ни өсөн яҙам һуң? 29 ноябрҙә, «Башҡортостан» гәзитендә, Рауил Бикбаев «Яңы ҡанундар әхләҡ ҡануниәтенә ярашлымы?» тигән мәҡәлә баҫтырҙы.Автор мәктәп дәреслегендәге, тәрбиә өлкәһендәге етешһеҙлек тураһында әсенеп яҙа. Ә һеҙҙең радиотапшырыуҙарығыҙҙы бер усҡа туплап, йә китап, йә диск итеп сығарғанда, уҡытыусыға ниндәй ҙур файҙа булыр ине! Мәҫәлән, Әлфиә Батталованың «Һүҙ ҡәҙере» тапшырыуы торғаны – хазина! Уның әңгәмәһе бала күңеленә нығыраҡ һеңер, шулай бит!
Миңә Гөлназ Ҡотоеваның әңгәмәләшеү манераһы бик оҡшай. Әңгәмәсеһе менән ипле генә һөйләшеүе, үҙ темаһын тәрән яҡтырта белеүе әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнамай ҡалмаҫ. Әйтәйек, әҙәбиәт дәресендә күренекле шәхес, яҙыусы Мәүлит Ямалетдиновтың биографияһын, романы йөкмәткеһен һөйләп ултырыуға ҡарағанда, «Ашҡаҙар»ҙағы әңгәмәһен ишеттереү күпкә отошлолор, моғайын. Фәймә Мәжитова әҙерләгән тапшырыу, миңә, оло йәштәге кешегә, «белемеңде камиллаштырыу өҫтөндә эшлә!», тигәндәй тойола, сөнки ул теләһә ниндәй теманы ла юғары кимәлдә асып биреү һәләтенә эйә. Шулай булғас, уның мәктәп уҡыусыһына тәъҫире тураһында һөйләп тороу кәрәкме? Фәнүзә Баһауетдинованың гәзит-журнал мөхәррирҙәре, хәбәрселәр менән таныштырыуы, журналист булам, тип хыялланғандарға, һис шикһеҙ, ҡанат ҡуйыр. «Тере журналист тауышын ишетсәле! Ниндәй бәхет!»- тип һөйөнөр йәштәр. Урал Ниғмәтуллин, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Нурия Кинйәбаева тапшырыуҙары донъяға айығыраҡ ҡарарға, белем алырға ынтылышты көсәйтә, минеңсә. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы: радионы һәр кем дә тыңлап ултыра алмай.Ололар – эштә, балалар – мәктәптә. Шулай булғас, китап йә диск әҙерләп, республика мәктәптәренә таратылһа, йәш быуындың аң-белемен күтәреүҙә башҡарылған мөһим эш булыр ине. Был – минең фекер. Башҡалар ни уйлай? Ихтирам менән, Рәмилә Вахитова.

Рәмилә апай Вәхитованы үтә

Рәмилә апай Вәхитованы үтә иғтибарлы тыңлаусы ғына итеп түгел, үҙебеҙҙең яҡын дуҫыбыҙ итеп ҡабул итәбеҙ, сөнки дуҫтар ғына урынлы маҡтай, кәрәк саҡта тәнҡит утында тота. Беҙ һеҙгә шуның өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Уйланылған тәҡдимдәрегеҙ ҙә бик ваҡытлы. һеҙҙең фекергә таянып, тапшырыуҙарҙың йүнәлешен үҙгәртеп ебәргән осраҡтар ҙа бар. Башҡаларҙы ла уйланырға мәжбүр итәһегеҙ. Беҙ шундай рухлы, битараф булмаған тыңлаусыларбыҙ барлығы менән көслө лә, бәхетле лә. Рәхмәт һеҙгә. тәҡдимдәрегеҙ бушҡа китә тип уйламағыҙ. Күңелдәргә һалынған орлоҡтар ҡасан да булһа емеш биреүсән...

…ҡалыпҡа һалынмаған матур тапшырыу…

Фәһимә Мәжитованың Әхмәр Үтәбай менән алып барған әңгәмәһе мине генә түгел, бик күптәрҙе уйланырға мәжбүр иткәндер. Ҙур рәхмәт, ҡалыпҡа һалынмаған матур тапшырыуығыҙ өсөн.
Тыңлаусығыҙ Гәүһәр Мозафарова. Учалы.

…журналистың һәр һүҙе, һорауы уйланылған…

Юғары кимәлдәге ике профессионалдың (Фәймә Мәжитова – Әхмәр Үтәбай) әңгәмәһе бик оҡшаны. Иң мөһиме: журналистың һәр һүҙе, һорауы уйланылған, ыҡсым. Ә яҙыусы Үтәбай радио тыңлаусының күҙ алдына фәйләсүф тә, һүҙ оҫтаһы ла, аҡыл эйәһе лә булып баҫа. Рәхмәт!
Р.Вахитова.

Комментарий яҙыу

  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Разрешённые HTML-теги: <a> <em> <strong> <cite> <code> <ul> <ol> <li> <dl> <dt> <dd>
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

Тексты форматлау тураһында тулыраҡ

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
CAPTCHA на основе изображений
Введите символы, которые показаны на картинке.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение