"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Айырылмаҫ дуҫыңа онотолмаҫ һүҙ әйтмә.

Комментарийҙар

Главная
«Ашҡаҙар»ҙа – премьера».
 Сәйет Билалов "Ҡайҙа ҡалды йәшлегем"
18.04.2017

Сәйет Билалов "Ҡайҙа ҡалды йәшлегем"

Алһыу Бәхтиева "Аҡлы-ҡаралы тормош"
15.04.2017

Алһыу Бәхтиева "Аҡлы-ҡаралы тормош"

Рөстәм Шаһыбалов "Йәшлек моңдары"
11.04.2017

Рөстәм Шаһыбалов "Йәшлек моңдары"

 Гөлсөм Бикбулатова "Ҡайнар һыу"
08.04.2017

Гөлсөм Бикбулатова "Ҡайнар һыу"

Гүзәл Үлмәҫҡолова "Рәхмәтлемен"
04.04.2017

Гүзәл Үлмәҫҡолова "Рәхмәтлемен"

 Урал Ниғмәтуллин "Үтеп кенә бара йәшлек"
04.04.2017

Урал Ниғмәтуллин "Үтеп кенә бара йәшлек"

Комментарий

Гүзәл Үлмәҫҡолова "Рәхмәтлемен"

Фәүзиә Ҡотлогилдина һүҙҙәренә яҙылған был йыр бик хисле. Рәхмәт йырсыға ла, авторҙарға ла.

Йыр оҡшаны!

Миңә яңы йырҙарҙан Флүрә Үҙәнбаева башҡарыуында "Йәшәйһе бар әле" тигән йыр бик оҡшаны! Ул йыр кешене уйландыра ла, үкендерә лә...Бер-береңә иғтибарлы, ихтирамлы булырға өйрәтә... Ултырып илап та алдым был йырҙы тыңлағас. Ниндәй туң йөрәкте лә иретер был йыр, тип уйлайым! Афарин, Флүрә! Уңыштар һиңә!

Лилиә Ишемйәрова, маладис,

Лилиә Ишемйәрова, маладис, шундай үҙенсәлекле халыҡ йырҙарын эҙләп табып халыҡҡа сығара. Киләсәктә лә унан яңылыҡтар көтәбеҙ, ижади уңыштар теләйбеҙ. "Буҙтурғай"ы өсөн рәхмәт

Гәлсәргә - афарин!

Гәлсәр Байғусҡарованың йыры бик оҡшаны! Үҙенсәлекле итеп, аңлап-тойоп, төбөнә төшөп, яңыса итеп башҡара. Афарин!

Резеда Валиеваның ,,Атайым"

Резеда Валиеваның ,,Атайым" йыры ныҡ оҡшаны.Күңелдәргә утеп инерлек һуҙҙәре,шул хәтлем матур тауышы,моңо менән башҡаларҙан айырылып тора.

...уйландырған яҡтары ла юҡ түгел!

МӨНӘЖӘТТӘРЕБЕҘҘЕ БАШҠОРТ КӨЙӨНӘ ӘЙТӘЙЕК!
Етмеш йылдан ашыу дәүләт атеизмы, диндәрҙе ҡыҫырыҡлау дәүеренән һуң, дин тотоу иреге асылды. Хәҙер аҙна һайын тиерлек теге йәки был ауылда мәсеттәр асыла, матбуғат баҫмаларыбыҙҙа вәғәздәр, дини темаларға мәҡәләләр баҫылып, радиола, телевидениела дини тапшырыуҙар сығып тора. Был, әлбиттә, ҡыуандыра. Ошо айҡанлы беҙ Аллаһһ Раббыбыҙға шөкөр итәбеҙ. Бына, мәҫәлән, күптән түгел генә «Ашҡаҙар» радиоһының интернет сайтындағы «Ашҡаҙар»ҙа – премьера» рубрикаһында Ләйсән Шәрипованың «Мөнәжәт»ен тыңланыҡ. Бер яҡтан, йәштәребеҙҙең дини темаларға мөрәжәғәт итеүе – ҡыуаныслы хәл. Әммә уйландырған яҡтары ла юҡ түгел. Мөнәжәттең һүҙҙәре – билдәле шағирә Дилә Булгакованың шиғыры. Әсәнең балаға әйткән өгөт-нәсихәте рәүешендә яҙылған. Бик матур, тәрән мәғәнәле һүҙҙәр. Быға һүҙ юҡ. Ләкин мөнәжәттең музыкаһына килгәндә, авторға ла, бөтә битараф булмағандарға ла әйтер һүҙем бар.
Бөгөнгө көнөбөҙҙә мәсеттәребеҙ күп төҙөлһә лә, хөкүмәтебеҙ дин тоторға ирек бирһә лә, дини тәрбиәнең тәьҫире йәмғиәтебеҙҙә бик һиҙелмәй. Халыҡтың дин тотоуы күп осраҡта исем ҡушыу, никах уҡытыу, йыназа кеүек йолаларҙы башҡарыуға ҡайтып ҡала. Бының сәбәптәре күптер. Шул сәбәптәрҙең береһе беҙ - имамдарҙың – дәғүәт, йәғни халыҡты дингә өндәү алымдарын бөтә нескәлектәре менән өйрәнеп, ҡулланып, хаҡ динебеҙ Исламдың хаҡлығын, сафлығын халыҡҡа тейешенсә еткерә алмауыбыҙҙа.
Мөнәжәт тә – иманға өндәүҙең, дин тәғлтмәтен аңлатыуҙың бер ысулы. Бик боронғо замандарҙа уҡ ата-бабаларыбыҙ был ысулды ҡулланыр булған.
Ләкин, минеңсә, бөгөнгө көндә иманға өндәү фәнни нигеҙҙә алып барылһа ғына, уның һөҙөмтәһе буласаҡ һәм беҙ йәмғиәттәге кире күренештәрҙең кәмеүен, кешеләрҙең әхлаҡ дәрәжәһенең артыуын күрәсәкбеҙ.
Фәндә генетик, этник хәтер тигән төшөнсә бар. Һәр халыҡтың генетик кодына ата-бабалар яратҡан нәмәләрҙе яратыу, шуға тартылыу һалынған. Башҡорт ҡалала йәшәһә лә, ат, ҡымыҙ ярата, ҡурай моңон тәьҫирләнеп тыңлай. «Йән тартмаһа, ҡан тарта» тигән мәҡәл дә тап ошо хаҡта һөйләй.
Тимәк, Ләйсән Шарипованың мөнәжәте шәреҡ музыкаһына түгел, ә ҡурай моңо йәки ҡумыҙ, думбыра көйөнә ҡушылып йә иһә музыкаһыҙ ғына башҡорт көйөнә әйтелһә лә, уның башҡорт кешеһенә йоғонтоһо ла, тәрбиәүи көсө лә күпкә артыр ине. Мөнәжәттәребеҙҙе башҡорт көйөнә әйтәйек, ҡәрҙәштәр!!
Амурзаков Рамаҙан,
Ҡариҙел районы, Магинск ауылы,
«Мәҡсүдә» мәсете имам-хатибы.
19 сентябрь 2013 йыл.
1434 һижри йыл, 13 зөлҡағиҙә.

Эльвира Ахметова

Эльвира Ахметова, очень понравилось ее исполнение. Голос,нежное сопрано, проникновенный и теплый. Голос из детства. Спасибо!

...матур яңғырай...

Искәндәр Ғәзизовтың «Наҙ» тигән йыры оҡшаны. Тауышы бик моңло, күңелгә ятышлы шул егеттең. Яңы йыры ла матур яңғырай.

Йырла, Рәлиә!!!

Беренсегә ишетәм! Иҫ киткес матур йыр! Тауышың шундай матур, шундай моңло! Ҙур рәхмәт, Рәлиә!
Ырымбур.

Моңло йырҙар өсөн рәхмәт!

Йырла, Рәлиә! Рәхмәт матур, моңло йырҙарың өсөн!

…көнөнә әллә нисә тыңлайым…

Халыҡ йырҙары бик тә матур шул! Рәлиәне көнөнә әллә нисә тыңлайым. Уның тағы йырҙары бармы? Унда бит фанера менән шымартылған тауыш түгел, ә тәбиғәттән бирелгән, иҫ киткес моң!

...көндәр буйы тыңларға әҙер!

Рәлиә Әйүпованы тыңлап туйырлыҡ түгел! Мин уны көндәр буйы тыңларға ла әҙер! Тағы ниндәй йырҙары бар икән, ҡайҙан табырға була?

«Ашҡаҙар» тулҡындарында осраштырып торорбоҙ...

Хөрмәтле тыңлаусылар!
Рәлиә Әйүпова беҙҙең өсөн дә ҙур асыш булды. Киләсәктә уны күҙ уңынан ысҡындырмай, «Ашҡаҙар» тулҡындарында һеҙҙе моңло йыр эйәһе менән осраштырып торорбоҙ. Әйткәндәй, күптән түгел уның хаҡында «Халыҡ гәүһәрҙәре» тигән программа эфирға сыҡты. Зөмәйрә Сафина әҙерләгән тапшырыуҙы тыңлау өсөн сайттың «Беҙҙең проекттар» бүлегендәге «Халыҡ гәүһәрҙәре» сығарылыштарына күсегеҙ.

Комментарий яҙыу

  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Разрешённые HTML-теги: <a> <em> <strong> <cite> <code> <ul> <ol> <li> <dl> <dt> <dd>
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

Тексты форматлау тураһында тулыраҡ

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
CAPTCHA на основе изображений
Введите символы, которые показаны на картинке.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение