"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Ил ҡәҙерен белмәгән –
башын юғалтҡан,
ер ҡәҙерен белмәгән –
ашын юғалтҡан.

Комментарийҙар

Главная
Шәүрә Ғилманова
Шәүрә Ғилманова

Тапшырыуҙар:

Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Мәжит Ғафури исемендәге премиялары, "Алтын Урал" халыҡ премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең әҙәби мираҫы буйынса Башҡортостан Хөкүмәте ағзаһы
1 ғинуар 1954 йыл
Ғафури районы, Имәндәш ауылы
1981 - Ҡазан дүләт университеты, журналистика факультеты, Телерадиожурналистика һәм шәфҡәт туташы һөнәрҙәре
2014 йылдан алып
1973 - Красноусол ҡасабаһында мәктәп директоры һәм уҡытыусы, Ғафури мәғариф бүлегендә инспектор. 1975 - Башҡортостан радиоһының Красноусол корпункты дикторы һәм хәбәрсеһе, Татарстан радиоһы хәбәрсеһе, Башҡортостан радиоһының өлкән мөхәррире, комментаторы.1990 - Башҡортостан телевидениеһының нәфис тапшырыуҙар берекмәһе етәксеһе, баш мөхәррире. 2005 йылдан бөгөнгәсә - Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының Телерадиосәнғәт Мәктәп-студияһы директоры
Кешеләрҙең холҡон өйрәнеү, ҡылыҡтарын һәм үҙен тотошон күҙәтеү, киләсәккә прогноз яһау. фәлсәфәүи китаптар уҡыу һәм мемуарҙар яҙыу. Ябай оҫталыҡ талап иткән шөғөлдәрҙән - тегенеү, бешеренеү.
Яңы һуйылған ит, балыҡ, яңы бәрәңге, ауыл ҡаймағы. бал һәм ҡаты шаҡмаҡлы шәкәр. Эсемлектәрҙән - өрөктән бешергән компот, сифатлы сәй, ҡымыҙ.
Мостай Кәрим, Мәжит Ғафури, Александр Пушкин, Федор Достоевский, Вильям Шекспир әҫәрҙәре
Үҙенең биографияһын сағылдырған фильмдар - "Чучело" һәм "Девчата", "Театр". Спектакльдәр - "Гамлет", "Әлдермештән Әлмәндәр"
"Тихий Дон"дан Аксинья, "Ай тотолған төндә"нән Тәңкәбикә. "Театр"ҙан актриса Джулия, Гамлет.
Цицерондың бер ҡасан да иҫкермәй торған ике цитатаһы: 1. "Батшалар властҡа ирешеү менән уҡытыусыларынан һәм дуҫтарынан баш тарта. Сөнки уҡытыусылар уларҙың бар кәмселектәрен яҡшы белә. Ә дуҫтарҙан ҡотолғас, улар булған хаталарын элекке дуҫ-иштәренә япһара, ә барлыҡ еңеүҙәрҙе үҙенеке итеп күрһәтә". 2. "Король өс нәмәне иҫтә тотһон! беренсе - ул халыҡ менән идара итә. Икенсеһе - ул закон буйынса идара итергә бурыслы. Өсөнсөһө - ул ваҡытлыса идара иткәнен онотмаҫҡа тейеш!" һәм тағы ла бер әйтем хәтергә уйылған: "Иң яуыз дошман да әҙәмгә үҙенән күберәк зыян килтерә алмай".
Скрипка һәм дудук музыкаль инструменттарында башҡарылған Көнсығыш һәм Кавказ көйҙәре. Мостай кәрим һүҙҙәренә Азат Йыһаншин башҡарыуында "Таң әтәстәре ҡысҡыра" йыры, Азамат Тимеровтың "Устарыма һал һин, йөрәгеңде" һәм Рамаҙан Йәнбәков башҡарыуында "Йәнбикә" йыры.
Эш урыныңда һинең ҡаҙаныштарыңды танып, хуплап торһалар, әлбиттә, бәхетле хеҙмәтсән итеп тояһың үҙеңде. Тик ысын бәхет ул - тоҡомоңдоң дауам иткәнен (йәғни, ейән-ейәнсәрҙәр барын), балаларыңдың тәүфиҡлы һәм бәхетле икәнен күреп, уларҙан изгелек татып йәшәү.
Йыйнаҡлыҡ, яуаплылыҡ, тоғролоҡ, яҙмышҡа шөкөр итә белеү.
Инглиз телен камиллаштырырға һәм Ҡытай телен өйрәнергә.
Йылдар буйы ярҙам итеп, ашатып-эсереп, кейендереп, уҡытып, эшкә урынлаштырып, хатта, бәлә-афәттәрҙән ҡотҡарып, оло тормош юлына сығарған туған-тумасанан рәхмәт көтәм. Ошо ҡарашым өсөн яфа сигәм. Бәлки, үҙем ата-әсәй йылылығын күреп үҫмәгәнгә шулай талапсанмындыр.
Ней күңелгә һәм ней тәнгә бер файҙа ла килтермәгән аралашыу. Шул иҫәптән - мәғәнәһеҙ (йәғни, яңы мәғлүмәт бирмәгән, аңды йә рухты нығытмаған) теле-радиотапшырыуҙар.
Эфир продукты, йәғни тапшырыуҙар - ул ижадсылар менән ҡулланыусыларҙың уртаҡ, дөйөм хеҙмәте. Яҡшы, күңелле, бай тапшырыуҙар тыңлағығыҙ килһә, әүҙемерәк, талапсаныраҡ булығыҙ. Һәр халыҡ ниндәй радиоға лайыҡ - ул шундай радиоға эйә!

Комментарий

Комментарий яҙыу

  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Разрешённые HTML-теги: <a> <em> <strong> <cite> <code> <ul> <ol> <li> <dl> <dt> <dd>
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

Тексты форматлау тураһында тулыраҡ

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
CAPTCHA на основе изображений
Введите символы, которые показаны на картинке.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.