"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Дуҫ илатып өйрәтер, дошман көлдөрөп көйрәтер.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Яҡутов исемендәге паркты төҙөкләндереү дауам итә

Һуңғы ике йылда паркта, уңайлы мөхит талаптарын иҫәпкә алып, төҙөкләндереү буйынса байтаҡ эш башҡарылған.
Әлеге ваҡытта паркта реконструкцияның икенсе этабы тамамланған. Йәйәүлеләр өсөн юлдар төҙөкләндерелгән, 1500 метр оҙонлоҡтағы велосипед юлы һалынған, парктағы аллеяларҙа һәм Һалдат күле тирәләй яҡтыртыу системаһы ҡуйылған. Күл буйы тулыһынса яңыртылған.Бынан тыш, паркта заманса йыһазландырылған балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырылған, евроконтейнерҙар, төрлө формалағы эскәмйәләр, вандалдарға ҡаршы яҡтыртҡыстар ҡуйылған, рулонлы газон түшәлгән. Төп аллеяла уҙған быуаттың 50-се йылдарында Иван Яҡутов исемендәге паркты биҙәгән композициялар өлгөһө буйынса яһалған скульптуралар барлыҡҡа килде.
Киләһе йылда йәмәғәт туҡланыуы объекттарын һәм аттракциондар паркын төҙөкләндереү күҙаллана

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение