"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Айырылмаҫ дуҫыңа онотолмаҫ һүҙ әйтмә.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Яҙыусы, сатирик Марсель Сәлимов Канадала Эрнест Хемингуэй исемендәге халыҡ-ара премияға лайыҡ булды

Канада Короллегендә Эрнест Хемингуэй исемендәге әҙәби премияның 2017 йылғы лауреаттарын иғлан ителде. Рәсәй, Канада, АҠШ, Ҡаҙағстан, Украина илдәренән 13 ҡәләм оҫтаһы ошо абруйлы халыҡ-ара наградаға лайыҡ булды. Улар араһында — танылған башҡорт яҙыусыһы, Рәсәйҙә билдәле сатириктарҙың береһе, байтаҡ ҡына халыҡ-ара әҙәби премиялар, ижади конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты Марсель Сәлимов (Мар. Сәлим). «Президент бесәйе» юмористик һәм сатира әҫәрҙәре йыйынтығын (Мәскәү, 2016) премияға Украинаның Халыҡ-ара Әҙәбиәт һәм сәнғәт академияһы тәҡдим иткән, Марсель Сәлимов уның ағзаһы булып тора.
Канаданың йыллыҡ әҙәби премияһын 2015 йылда «Litsvet» нәшриәте һәм «Новый Свет» журналы (Торонто) булдырған. Премияның маҡсаты — әҫәрҙәрендә яңы художестволы формаларын эҙләүгә, тел һәмә мәғәнә сиктәрен киңәйтеүгә ынтылыш сағылдырылған рус телле авторҙарға ярҙам итеү. Американың күренекле яҙыусыһы, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты Эрнест Хемингуэй хөрмәтенә бағышланған, ул үҙенең ижад юлын Канадала «Toronto Star» гәзите хәбәрсеһе булып башлаған. Жюри составында танылған яҙыусылар, шағирҙар, журналистар, әҙәби тәнҡитселәр һәм нәшриәтселәр эшләй. Жюри ағзалары номинация исемлегендәге барлыҡ әҫәрҙәрҙе уҡый һәм баһалай. 2017 йылда премияға дәғүә иткән эштәрҙең географияһы бик киң. «Новый свет» журналына бөтә донъянан тип әйтерлек ғаризалар килгән. Һәр номинацияла еңеүсе иң юғары баһаларҙың суммаһы буйынса билдәләнә. Марсель Сәлимовтың жюри ағзалары ыңғай баһа биргән «Үлергә ваҡыт юҡ» юмористик хикәйәһе «Новый свет» журналында баҫылып сыҡҡан.Төрлө йылдарҙа Анатолий Аврутин, Валерий Бочков, Сергей һәм Татьяна Дзюба, Александр Амчиславский, Дмитрий Бирман, Ирина Горюнова, Василий Слапчук, Елена Крюкова, Виталий Аронзон, Ирина Терра, Галымкаир Мутанов, Рауль Чилачава кеүек ҡәләм оҫталары Хемингуэй премияһына лайыҡ булды. Февралдә Канаданың Ниагара Фолс ҡалаһында шиғриәт фестивале барышында Эрнест Хемингуэй исемендәге халыҡ-ара әҙәби премияһының яңы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы уҙа.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение