Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

"Визит"

Башҡорт режиссеры Булат Йосоповтың «Визит» фильмы Ҡазанда Рудольф Нуриев исемендәге XXXI Халыҡ-ара классик балет фестивале программаһына ингән.

Быйыл фестиваль программаһы киңәйгән, хәҙер уға тағы ике проект: «Ballet Talk» һәм «Ballet feat. Cinema» инә. Кинопоказдар серияһы сиктәрендә 15 майҙа башҡорт фильмы М. Сәлимйәнов исемендәге Актерҙар йортонда күрһәтелде.

«Визит» – бала сағы Өфөлә үткән данлыҡлы балет артисы Рудольф Нуриевҡа арналған ҡыҫҡа метражлы нәфис фильм. Ул Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Президенты гранты сиктәрендә төшөрөлгән. 2014 йылда картина республикала күпләп күрһәтелде.

Фильмдың нигеҙендә – Рудольф Нуриевтың тормошонан ысын бер ваҡиға. 1977 йылда Өфөгә рәсми сәфәр менән Иорданиянан король ғаиләһенең вәкиле Динә бин Әбдел Хәмид килә. Уның ысын маҡсаты Рудольф Нуриевтың әсәһе менән осрашыу, уға улынан хәбәр еткереү була. Бейеүсенең биографияһынан был ныҡ билдәле булмаған осраҡ шаһитсы, Өфөлә йәшәүсе Йәүҙәт Исҡужиндың һүҙҙәренән билдәле була.

«Визит» фильмы – халыҡ-ара фестивалдәр ҡатнашыусыһы: «Себерҙә осрашыуҙар» XVII халыҡ-ара документаль фильмдар фестивале (Новосибирск), «Тыуған яғым» II асыҡ өлкә ҡыҫҡа метражлы фильмдар кинофестивале (Волгодонск, Гран-При), «Рус сит иле» VIII халыҡ-ара кинофестивале (Мәскәү), X Ҡазан мосолман киноһы фестивале (Ҡазан), «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале (Өфө)

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

13.08.2018

Фәрзәнә Аҡбулатова "Туғайҙарҙа турғай"
Миңзәлә Хәйруллина уҡый, 1988 йылғы яҙма.

12.08.2018

"Рәхмәт, игенселәр"
Башҡортостан шағирҙарының шиғырҙары, 1983 йылғы яҙма.

11.08.2018

"Башҡортостан - йөрәк тибешем", радиокомпозиция
Әхтәм Абушахманов уҡый, 1995 йылғы яҙма.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение