"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Умартасылар өсөн социаль селтәр ойошторалар

«Регагро» мәғлүмәт системаһы сайтында шәхси умартасы кабинеты әҙерләнә. Уның ярҙамында башҡа умартасылар һәм ветеринар табиптар менән бәйләнешкә инергә мөмкин була. Умартасылыҡта иҫәпте автоматлаштырыу тураһында «Регагро» хайуандар иҫәбе милли системаһы һәм теркәү проекты етәксеһе Сергей Шерстобитов һөйләне.

Башҡортостанда бөтә умарталарға чип ҡуйыла, мәғлүмәт берҙәм реестрға индерелә. Бал һатып алыусы продукцияның төрөү материалына баҫтырылған QR-кодты уҡый һәм ҡайҙа, ҡасан һәм кем етештергәнен, миҙгел дауамында бал ҡорттары ниндәй дарыуҙар менән эшкәртелгәнен белә ала.

Умартасының шәхси кабинетын 2019 йылдың йәйенә әҙерләү күҙаллана. Сайтта бөтә күсеүҙе күҙәтергә, ауырыу усаҡтары тураһында белергә, ветеринар документтар сығарырға, клиникалар менән бәйләнешкә инергә мөмкин.

Әлеге ваҡытта шәхси кабинет менән эре һәм бәләкәй эре мөгөҙлө мал хужалары файҙалана ала. Унда яңы хайуан теркәргә, репродукция, вакцинациялар һәм ауырыуҙар тураһында мәғлүмәт индерергә, мотлаҡ саралар (эшкәртеү, вакцинация) календарын ҡарарға, хайуанды салыуға йәки бөтөрөүгә ғариза тапшырырға, электрон паспорт, ветеринар карта йәки белешмә төҙөргә һәм баҫып сығарырға, теркәлгән хужалар һәм хайуандар реестры менән танышырға мөмкин. «Регагро» сайты мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда хәҙер 5507 ат, 304 мең 52 баш эре мөгөҙлө мал, 14 721 сусҡа, 132 540 һарыҡ, 16 464 кәзә һәм бер эт теркәлгән, һуңғыһы республиканың Мишкә районында йәшәй.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

11.12.2018

Ижадсы. Эске азатлыҡ
Яҙыусы Флүр Ғәлимов.

04.12.2018

Күңел бөтөнлөгө
Студия ҡунаҡтары - ғалимә Луиза Кирәева, шағирә Миләүшә Ҡыҙрасова һәм педагог Әлфиә Йосопова.

04.12.2018

"Бейеү – ул мөғжизә, сихри донъя!"

Нефтекама филармонияһы бейеүсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ноғоманов хаҡында тапшырыу.
Ә. Муллағолова.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение