"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Уңған аяғына ҡарап юрғанын һуҙыр, ялҡау юрғанына ҡарап аяғын һуҙыр.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Театрҙа – яҙ һулышы

«Театр яҙы - 2017» республика фестивале башланды. Сара кисә Мәжит Ғафури исемендәге БДАДТ алдында сағыу театрлаштырылған тамаша һәм ҡатнашыусыларҙың парады менән асылды. Фестивалдә Башҡортостандағы бөтә профессиональ театр коллективтары, шулай уҡ Бахрушин исемендәге Мәскәү дәүләт театр - музейы ҡатнаша. Алты көн буйына Өфөләге төрлө сәхнәләрҙә 15 спектакль күрһәтеү ҡаралған.
Фестивалдең тәүге көнөндә Салауат башҡорт драма театры Мостай Кәримдең "Ауыл адвокаттары" әҫәре буйынса ҡуйылған "Ерҙәштәр" спектаклен күрһәтте. Тамашаны ҡарарға Республика башлығы Рөстәм Хәмитов та килгәйне.

Әйткәндәй, "Ашҡаҙар" тулҡындарында "Театр яҙы" фестивале хаҡында тулыраҡ дүшәмбе "Беҙҙең донъя" тапшырыуында тыңлай алаһығыҙ.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение