"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Танылған яҡут режиссеры «Урал батыр» эпосын сәхнәләштерә

2018 йылда М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры сәхнәһендә йәнә башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы — «Урал батыр» эпосы сәхнәләштерелә. Театрҙың әҙәбиәт бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, спектакль республиканың 100 йыллығына һәм театрҙың бер быуатлыҡ юбилейына арналған. Проект республика башлығының 9 миллионлыҡ грантына тормошҡа ашырыла. Спектаклде танылған режиссер, Рәсәйҙең халыҡ артисы, 24 йыл буйына Саха Республикаһының (Яҡутстан) Мәҙәниәт һәм рухи үҫеш министрлығын етәкләгән Андрей Борисов ҡуя. Андрей Борисовтың исеме илдең мәҙәни киңлегендә киң билдәле, Яҡутстан, Евразия халыҡтарының сәнғәтен үҫтереү һәм рухи тергеҙеү процесы менән бәйле. Мәскәү, Иркутск, Алтай Республикаһы, Ҡытай һәм Төркиә театрҙарында сәхнәләштергән тамашалары «Алтын битлек» фестивалендә танылыу яуланы. Режиссерҙың ижады олонхо кеүек эпик әҫәрҙәрҙе кәүҙәләндереүгә нигеҙләнгән. Башҡорт драма театры сәхнәһендә «Урал батыр» спектаклен 2018 йылдың икенсе яртыһында күрергә мөмкин. Рәссам — Альберт Нестеров, композитор — Урал Иҙелбаев. «Урал батыр» эпосы Башҡортостандың мөһим әҙәби ҡомартҡыларының береһе булып тора. Әҫәрҙе 1910 йылда драматург һәм фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов халыҡ сәсәндәренән яҙып алған. «Урал батыр» боронғо замандарҙың донъяуи ҡараштарын үҙендә туплаған, ләкин, шуға ҡарамаҫтан, әлегәсә актуаль. М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры «Урал батыр» эпосына икенсе тапҡыр мөрәжәғәт итә. Тәүге спектаклде 2006 йылда режиссер Рөстәм Хәкимов сәхнәләштергәйне.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

11.12.2018

Ижадсы. Эске азатлыҡ
Яҙыусы Флүр Ғәлимов.

04.12.2018

Күңел бөтөнлөгө
Студия ҡунаҡтары - ғалимә Луиза Кирәева, шағирә Миләүшә Ҡыҙрасова һәм педагог Әлфиә Йосопова.

04.12.2018

"Бейеү – ул мөғжизә, сихри донъя!"

Нефтекама филармонияһы бейеүсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ноғоманов хаҡында тапшырыу.
Ә. Муллағолова.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение