"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Белекһеҙ дуҫыңдан белекле дошман артыҡ.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Танылған опера йырсыһы Дмитрий Хворостовский яҡты донъянан китте

Танылған опера йырсыһы Дмитрий Хворостовский бөгөн Лондонда яҡты донъя китте. Ул ике йыл дауамында дауалап булмай торған мейе яман шеше ауырыуы менән ҡыйыу көрәште. Яңыраҡ, 16 октябрҙә, ул үҙенең 55 йәшен билдәләне. Һуңғы көндәрен йырсы Лондонда үҙ йорто янындағы хосписта яҡындары эргәһендә үткәрҙе, тип хәбәр итә ТАСС агентлығы.
Башҡортостанда Дмитрий Хворостовскийҙың ижадын үҙ итеүселәр бихисап, ул күп тапҡыр Өфөлә сығыш яһаны. 2015 йылда «Дмитрий Хворостовский, Илдар Абдразаҡов һәм дуҫтар — балаларға» хәйриә концерты шундай йыр сәнғәте байрамдарының береһе булды.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение