"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Төбәктә иң яҡшы ғаилә йылъяҙмалары авторҙары бүләкләнде

15 февралдә Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһында республиканың Архив эштәре буйынса идаралығы коллегияһы барышында «Ырыу-нәҫелем йылъяҙмаһы — халҡым тарихында» конкурсы еңеүселәренең тикшеренеү эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо.
Ижади бәйге лауреаттарының иң яҡшы эштәре менән таныштырыу сараһында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте һәм Хөкүмәт Аппараты, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре, шулай уҡ ойоштороу комитеты һәм экспертттар комиссияһы ағзалары ҡатнашты.
Йәштәр араһында тикшеренеү эштәре конкурсы лауреаттарын һәм дипломанттарын бүләкләү тантанаһы ысын мәғәнәһендә ғаиләләр — төбәктә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре байрамына әүерелде. Конкурсты ойоштороусылар һәм бағыусылар дүрт номинацияла еңеү яулағандарға — дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр, уларҙың етәкселәренә рәхмәт хаттары тапшырҙы. 18 йәш тарихсы-архивсы ла дәртләндереү бүләктәренә һәм дипломдарға лайыҡ булды. Гран-приҙы Башҡортостанстаттың Дүртөйлө ҡалаһындағы дәүләт статистикаһы бүлегенең әйҙәүсе иҡтисадсыһы Резеда Шәрәфетдинова алды, тип хәбәр итә Башҡортостандың Милли архивы.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

11.12.2018

Ижадсы. Эске азатлыҡ
Яҙыусы Флүр Ғәлимов.

04.12.2018

Күңел бөтөнлөгө
Студия ҡунаҡтары - ғалимә Луиза Кирәева, шағирә Миләүшә Ҡыҙрасова һәм педагог Әлфиә Йосопова.

04.12.2018

"Бейеү – ул мөғжизә, сихри донъя!"

Нефтекама филармонияһы бейеүсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ноғоманов хаҡында тапшырыу.
Ә. Муллағолова.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение