"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Стәрлетамаҡ ғалимы БДУ виртуаль ысынбарлыҡ лабораторияһы ойошторорға тәҡдим итә

Граждандарҙы ҡабул итеү барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты Руслан Кәримов мөрәжәғәт итте. Уның менән республика етәксеһе Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре менән барғанда аралашты.
Ғалим виртуаль ысынбарлыҡ лабораторияһы проекты менән таныштырҙы һәм юғары уҡыу йортонда «Геймдизайн һәм виртуаль ысынбарлыҡ» һөнәре буйынса магистратура асырға тәҡдим итте.
Лаборатория өсөн ҡорамалдар һатып алыуға 6 миллион һумлап аҡса талап ителә. Киләсәктә ул һәләтле йәштәрҙе йәлеп итеү урынына әйләнеүе бар. Улар был өлкәләге проекттар, шулай уҡ мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә DigitalSkills чемпионатында ҡатнашыусыларҙы әҙерләү буйынса төбәк үҙәге менән шөғөлләнәсәк.
Стратегик башланғыстар агентлығы һәм «Кибер Рәсәй» мәғариф проекты булышлығында республикала тейешле магистратураның барлыҡҡа килеүе төбәктең һанлаштырыу өлкәһендә конкуренция һәләтен күтәрер ине. Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтенә һәм Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитетына VR лабораторияһы өсөн ҡорамалдар һатып алыу варианттары буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә һәм Башҡорт дәүләт университеты менән бергә Стәрлетамаҡ филиалы ҡарамағында магистратура асыу мәсьәләһен өйрәнергә ҡушты.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

19.09.2018

Мәшһүр ҡурайсы-йыраусы, остаз

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әҙеһәм Исҡужиндың 90 йыллығы

18.09.2018

Тыуған яҡтар буйлап, уйҙар уйлап...
Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева.

17.09.2018

Театр, бөгөнгө көндә уның роле, үҙ асылыңды эҙләү, тамашасы күңеленә үтеп инеү
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артисы Рафиҡ Хәсәнов.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение