Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Сочиҙа инвестиция форумында Башҡортостан 70 миллиард һумлыҡ килешеүҙәр төҙөгән

«Сочи-2018» Рәсәй инвестиция форумында төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкләгән Башҡортостан делегацияһы яҡынса 70 миллиард һумлыҡ килешеүҙәр төҙөгән. Был турала республика Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Төбәк Хөкүмәте «Чжифан» компанияһы менән килешеү төҙөнө. Ул Благовещенда трактор заводы төҙөлөшөн 6 миллиард һумға инвестициялай. Бынан тыш, инвестиция ниәте буйынса дөйөм 63,5 миллиард һумлыҡ документтар төҙөлгән. Улар иҫәбендә – агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостан ит компанияһы, экология өлкәһендәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса «ГринОйл» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, шулай уҡ республикала социаль инфраструктура объекттарын төҙөргә ниәтләнгән Төркиәнең «СМК Төҙөлөшинвест» ойошмаһы менән килешеүҙәр. Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы «Бәләбәй» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең яңы резиденты буласаҡ Башҡортостан заманса нефть-газ ҡорамалдары заводы менән килешеү төҙөнө.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение