Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияларҙың береһе хәйриәлеккә йүнәлтелә

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премияһы лауреаттарының береһе Энгель Зәйнетдинов премияның яртыһын хәйриәлеккә йүнәлтә. Журналист уны генерал Шайморатовтың һуңғы алышы булған һәм уның тәүге ерләнгән урынында — Луганск Республикаһының Штеревка ауылындағы мәктәп өсөн спорт ҡорамалы һәм инвентарь һатып алыуға бирергә уйлай.

Хәрби тарих, атап әйткәндә, 112-се Башҡорт атлы дивизияһының һәм генерал Миңлеғәле Шайморатовтың данлы юлы — Энгель Зәйнетдинов эшмәкәрлеге йүнәлештәренең береһе. Уны авторҙың байтаҡ мәҡәләләре баҫылған «Ватандаш» журналы коллективы тәҡдим иткән. Уларҙың күбеһе нефть һәм газ сәнәғәте тарихына арналған.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение