"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Шаляпин исемендәге конкурсҡа Өфөгә донъяның ете иленән 45 йырсы килә

Өфөлә XVI Халыҡ-ара опера сәнғәте фестивале барышында Федор Шаляпин исемендәге II Халыҡ-ара йырсылар конкурсы уҙғарыла.
20-25 сентябрҙә башҡарыусылар төп бүләк — 350 мең һум өсөн көс һынаша. I премия лауреаты (ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар тауышы) — 200 мең һум, II премия лауреаты (ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар тауышы) — 150 мең, III премия лауреаты — ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар тауышы — 100 мең һум менән бүләкләнә. Шулай уҡ һәр береһе 50 мең һумлыҡ ике диплом һәм жюриҙың махсус приздары тапшырыла. Конкурстың ойоштороу комитетына Рәсәй, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең йәш башҡарыусыларынан 60-тан ашыу ғариза килгән. Беренсе турҙа ҡатнашыу өсөн донъяның ете иленән: Грузиянан, Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан, Монголиянан, Испаниянан, Болгариянан һәм Рәсәйҙең 12 ҡалаһынан: Өфөнән, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Һамарҙан, Ҡазандан, Түбәнге Новгородтан һәм башҡаларҙан 45-тән ашыу йырсы һайлап алынған. 24 сентябрҙә финал (икенсе) турына үткән конкурсанттар Артем Макаров етәкселегендәге симфоник оркестр оҙатыуында сығыш яһай. 25 сентябрҙә Федор Шаляпин исемендәге II Халыҡ-ара йырсылар конкурсы лауреаттары, опера сәхнәһе оҫталары менән бер рәттән, «Өфөлә Шаляпин кисәләре» опера сәнғәте фестивале концертында ҡатнаша.
Конкурс барышында жюри ағзалары менән оҫталыҡ дәрестәре үткәреү күҙаллана. Уның составына күренекле музыканттар һәм педагогтар, танылған сәнғәт эшмәкәрҙәре инде. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының проекты һәләтле йәш башҡарыусыларға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Конкурстың партнеры — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

19.09.2018

Мәшһүр ҡурайсы-йыраусы, остаз

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әҙеһәм Исҡужиндың 90 йыллығы

18.09.2018

Тыуған яҡтар буйлап, уйҙар уйлап...
Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева.

17.09.2018

Театр, бөгөнгө көндә уның роле, үҙ асылыңды эҙләү, тамашасы күңеленә үтеп инеү
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артисы Рафиҡ Хәсәнов.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение