"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа 77-се йәшендә арабыҙҙан китеп барҙы

Әсхәл Әбүталип улы Әхмәтҡужин 1942 йылдың 24 июнендә Әбйәлил районы Амангилде ауылында тыуған. Ауылында урта мәктәпте тамамлай. Унан һуң Стәрлетамаҡ педагогия институтында белем ала. 1965—1985 йылдарҙа "Ағиҙел" журналында әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире, мөхәррир урынбаҫары, яуаплы секретарь вазифаларын башҡара. Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстар тамамлап ҡайта, Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй. 1996 йылдан Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе. 1971 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы, 1983 йылдан КПСС ағзаһы. 30-лап китап авторы. Һуңғы ваҡытта Әсхәл Әхмәт-Хужа Әбйәлил рйоны Асҡар ауылында йәшәне. Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә үтә. Башҡортостан Яҙыусылар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, уны тыуған ауылы Амангилделә ерләйҙәр.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

22.01.2019

Донъяға күңел күҙе аша бағыу
Яҙыусы Әхмәр Үтәбай.

21.01.2019

Башҡортостандың халыҡ артисы, нәфис һүҙ оҫтаһы Әнисә Яхинаның күңел сәхифәләре

Алып барыусы: Фәнүзә Баһауетдинова

15.01.2019

Һәр замандың - үҙ хикмәте
Юмор һәм сатира оҫтаһы, танылған яҙыусы Марсель Сәлимов.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение