"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Сергей Семак Википедияла 2017 йылда Рәсәйҙең иң билдәле футболсылары исемлегенә ингән

Рус Википедияһы 2017 йылда Рәсәйҙең иң популяр футболсылары рейтингын баҫтырып сығарҙы. Унда интернет менән ҡулланыусылар йышыраҡ эҙләгән спортсылар һәм тренерҙар ингән. Был исемлектә «Өфө» футбол клубы вәкилдәре лә бар.Башҡортостан командаһының баш тренеры Сергей Семак 23-сө урынды биләй. Ул клуб менән 2016 йылдың декабрендә килешеү төҙөнө. Республиканың баш ҡалаһының элекке ҡапҡасыһы Андрей Лунев «Өфө» клубы тренерынан бер баҫҡысҡа юғары (22-се урын) тора. Хәҙер голкипер Петербургтың «Зенит»ында уйнай һәм футбол буйынса Рәсәй йыйылмаһына инә.
Билдәле футболсылар рейтингына «Өфө»нөң элекке үҙәк һаҡсыһы Виктор Васин ингән. Ул 53-сө урында. Әлеге ваҡытта спортсы Мәскәүҙең ЦСКА-һын һаҡлай.
2013 йылдан миҙгел ярым «Өфө» өсөн сығыш яһаған Рәсәйҙең Төньяҡ баш ҡалаһы клубы һәм йыйылма һөжүм итеүсеһе Антон Заболотный рейтингтың 55-се баҫҡысында урынлашҡан.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

11.12.2018

Ижадсы. Эске азатлыҡ
Яҙыусы Флүр Ғәлимов.

04.12.2018

Күңел бөтөнлөгө
Студия ҡунаҡтары - ғалимә Луиза Кирәева, шағирә Миләүшә Ҡыҙрасова һәм педагог Әлфиә Йосопова.

04.12.2018

"Бейеү – ул мөғжизә, сихри донъя!"

Нефтекама филармонияһы бейеүсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ноғоманов хаҡында тапшырыу.
Ә. Муллағолова.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение