Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Санкт-Петербургта «Добровидение – 2018» фестивалендә Башҡортостандан мираҫтар сығыш яһай

Башҡортостан Республикаһынан сарала «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солистары Рәфис Сирусин, Зәлиә Ғәниәтуллина, Юнир Һағынбаев һәм Әлфиә Зәғиҙуллина сығыш яһай.
«Добровидение – 2018» Рәсәйҙең һәм донъяның төрлө халыҡтары вәкилдәрен йыя, тип хәбәр итә «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы. Фестиваль программаһы Рәсәй этнография музейы майҙансығында ҡатнашыусыларҙың соло программаларын күрһәтеүҙән башлана, 27 сентябрҙә «Октябрьский» ҙур концерт залында Гала-концерт менән тамамлана. Грузиянан, Армениянан, Ҡаҙағстандан, Украинанан, Белоруссиянан, Азербайжандан, Латвиянан, Молдавиянан һәм Рәсәйҙең күп кенән төбәктәренән 50-нән ашыу коллектив һәм артист милли музыка һәм йыр мәҙәниәтенең быуатлыҡ йолалар төрлөлөгөн тәҡдим итә. Фестивалдең тәүге өлөшөндә артистар Рәсәй империяһында һәм Советтар Союзында йәшәгән халыҡтарға арналған музейҙың тематик залдарында сығыш яһай, башҡарған йырҙарҙың һәм көйҙәрҙең тарихы тураһында һөйләй. Һуңынан «Октябрьский» ҙур концерт залы майҙансығында ҙур Гала-концерт һәм лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы үтә.
«Добровидение» фестивале халыҡ йыр мәҙәниәтен һәм музыкаль ижадын һаҡлап ҡалыуға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү, шулай уҡ традицион ҡиммәттәрҙе пропагандалауға ярҙам итеү маҡсатында уҙғарыла.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение