"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Республиканың танылған ҡатын-ҡыҙҙары хаҡында «Яҙмышымда — «Башҡортостан ҡыҙы» китабы сыҡты

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева республиканың билдәле ҡатын-ҡыҙҙары тураһында 14 очеркын бер йыйынтыҡҡа туплаған. Китап баҫманың 50 йыллыҡ юбилейына бағышланған. Рус теленә редакция коллективы тәржемә иткән.
Китапта бизнес, сәнғәт, сәйәсәт, медицина, хоҡуҡ һаҡлау, әҙәбиәт кеүек өлкәләрҙә уңышҡа өлгәшкән ҡатын-ҡыҙҙар тураһында очерктар һәм һүрәтләмәләр урын алған. Китаптың геройҙары — Башҡортостандан ҡатын-ҡыҙ сенатор Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе, шағирә, элекке баш мөхәррир Йомабикә Ильясова, филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисаметдинова, СССР-ҙың мәғариф отличнигы, элекке мәғариф министры Ғәлиә Мөхәмәтйәнова, Матбуғат һәм киң мәғлмәт саралары агентлығының баҫма киң мәғлүмәт саралары бүлеге етәксеһе Фирҙәүес Әхмәтйәнова, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире, шағирә Тамара Искәндәриә-Юлдашева, Башҡортостандың халыҡ артисы Римма Амангилдина, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының баш белгесе Нилә Ғәйнетдинова, медицина фәндәре докторы, Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева һәм башҡа ҡатын-ҡыҙҙар. Баҫманы тәжрибәле фотограф Александр Даниловтың сағыу фотоһүрәттәре биҙәй.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

11.12.2018

Ижадсы. Эске азатлыҡ
Яҙыусы Флүр Ғәлимов.

04.12.2018

Күңел бөтөнлөгө
Студия ҡунаҡтары - ғалимә Луиза Кирәева, шағирә Миләүшә Ҡыҙрасова һәм педагог Әлфиә Йосопова.

04.12.2018

"Бейеү – ул мөғжизә, сихри донъя!"

Нефтекама филармонияһы бейеүсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ноғоманов хаҡында тапшырыу.
Ә. Муллағолова.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение