"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Айырылмаҫ дуҫыңа онотолмаҫ һүҙ әйтмә.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Республикала - Курорт һабантуйы

Башҡортостанда Яҡтыкүл буйында Курорт һабантуйы уҙҙы. Заманса форматтағы һабан байрамы сарала ҡатнашыусыларға тағы ла бер ҡат милли башҡорт брендтары: билбау көрәше, бишбармаҡ менән һыйлау, башҡорт батырҙары хөрмәтенә ҡобайырҙар тураһында иҫкә төшөрҙө.
Ҡырҡтытау итәгендәге йәмле яланға яҡындағы ауылдарҙа йәшәүселәр һәм курортта ял итеүселәр генә түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән – Мәскәү, Ырымбур, Екатеринбург, Башҡортостан һәм Силәбе ҡалаларынан ҡунаҡтар килде. Байрамда ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Салауат Сәғитов, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов сәләмләне.
Төп майҙанды Әбйәлил, Бөрйән, Йылайыр һәм Учалы райондары тирмәләренән теҙелгән этноауыл биҙәне. Ваҡиғалар үҙәгендә «Яҡтыкүл батыры» исеменә көрәш, уҡ атыу буйынса спорт ярыштары, парашют спорты булды. Тамашасылар спорт ярыштары марафонында һәм халыҡ уйындарында ҡатнашты.Сағыу концерт программаһы булды.
Милли ихаталар күргәҙмәһендә этник стилдәге кейеҙ келәм фонында фото төшөргә, боронғо башҡорт биҙәүестәрен кейеп ҡарарға, башҡорт милли ризыҡтарынан ауыҙ итергә мөмкин булды. Ҡорот менән һөҙлөклө бишбармаҡ, талҡан, ҡымыҙ, буҙа, сәк-сәк – ошо милли ашамлыҡтарҙы тәмләп ҡарарға ғынан түгел, һатып алырға ла мөмкин ине. Халыҡ художество кәсептәре оҫталары байрам ҡунаҡтары өсөн үҙ изделиеларын һатыу йәрминкәһен ойошторҙо һәм оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы.
Курорт һабантуйы төбәктең визит карточкаһына һәм Урал аръяғындағы ваҡиғалар туризмының сағыу проектына әйләнде. Быйыл байрам өсөнсөгә уҙғарылды.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение