Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Республикала Халыҡ-ара Аксаков байрамына әҙерлек алып барыла

Йолаға әүерелгән XXVIII Халыҡ-ара Аксаков байрамы
быйыл 28-29 сентябрҙә Өфө ҡалаһында, Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондарында үткәрелә. 28 сентябрҙә С.Т. Аксаков исемендәге баҡсала байрам, биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм халыҡ ижады күргәҙмәләре ойошторола. Аксаков халыҡ йортонда — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында тантаналы кисә була. С.Т. Аксаковтың мемориаль йорт-музейында И.С. Аксаковтың тыуыуына 195 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асыла.
Өфөләге 11-се Аксаков мәктәп-гимназияһында һәм адмирал С.О. Макаров исемендәге дәүләт диңгеҙ һәм йылға флоты университетының Өфө филиалында Аксаков дәрестәре уҙа.
Пушкин аллеяһында байрамдың абруйлы ҡунаҡтары С.Т. Аксаков һәйкәленә сәскәләр һала.
29 сентябрҙә Бәләбәй районында И.С. Аксаковтың тыуыуына 195 йыл тулыуға бағышланған «Аксаковтар ғаиләһе — Ватанға хеҙмәт итеү өлгөһө» түңәрәк өҫтәлен үткәреү ҡарала. Был көндә республиканың Өфө, Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы райондарында С.Т. Аксаковтың тормошона һәм ижадына арналған саралар ойошторола.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение