"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Күңел берлеге булған ерҙә кейем төрлөлөгө күренмәй.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Республикала йәш сәсәндәр өсөн оҫталыҡ дәресе ойошторолдо

Башҡортостанда «Сәсәндәрем, килегеҙ!» төбәк сәсәндәр фестивале үтте. Ул Әлшәй районының административ үҙәгендә, Раевка ауылының Мәҙәниәт йортонда үтте. Филология фәндәре докторы, танылған сәсәниә Розалиә Солтангәрәева проект етәксеһе булып сығыш яһаны. Фестивалдә Миәкә, Дәүләкән, Әлшәй райондары сәсәндәре ҡатнашты.
Фестиваль сиктәрендә йәш сәсәндәр өсөн Розалиә Солтангәрәева оҫталыҡ дәресе ойошторҙо. Розалиә Солтангәрәева – халыҡ йырҙарын, үҙе яҙған әҫәрҙәрҙе башҡарыусы, филология фәндәре докторы, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ул Мәскәүҙә 12-се Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (1985 йыл) дипломанты, Алма-атала Халыҡ-ара аҡындар һәм сәсәндәр конкурсы (1996 йыл), Смоленскиҙа Бөтә Рәсәй халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы (1991 йыл), Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге бүләккә республика халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы (1984 йыл), Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән. 2011-2017 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтен етәкләне. Сактаган Баишев исемендәге Аҡтүбә университетының хөрмәтле профессоры. Башҡорт фольклоры һәм традицион мәҙәниәте буйынса бик күп монографик тикшереүҙәр, йыйынтыҡтар, әсбаптар, ғилми мәҡәләләр авторы. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение