"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Республика вәкилдәре Төрки донъяһының мәҙәни баш ҡалаһын ябыу тантанаһында ҡатнашты

Ҡаҙағстанда Төрки донъяһының мәҙәни баш ҡалаһын ябыу тантанаһы уҙҙы. Гала-концертта 11 илдән һәм төбәктәрҙән талантлы йырсылар һәм бейеүселәр булды. Башҡортостандан төрлө музыка ҡоралдарында уйнаусы Заһир Зәйнетдинов һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, халыҡ йырҙарын башҡарыусы Зилиә Бәхтиева сығыш яһаны.
Төркөстанда, Хужа Әхмәт Йәсәүи ҡалаһында ТӨРКСОЙ даими советының XXXV ултырышы һәм 2017 йылда Төрки донъяның мәҙәни баш ҡалаһын ябыу программа тантанаһы үтте. Даими совет ултырышында мәҙәниәт министры һәм мәҙәниәт министрлыҡтары, Төрки академия, ТРТ телеканалы, Хужа Әхмәт Йәсәүи исемендәге университет, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
2018 йылда Төрки донъяның мәҙәни баш ҡалаһы итеп Төркиәнең Кастамону ҡалаһы һайланды. Даими совет 2018 йылда Азербайжан композиторы Кара Караевтың 100 йыллығы, Ҡаҙағстан яҙыусыһы Магжан Жумабаевтың 125 йыллығы, Ҡырғыҙстан яҙыусыһы Сынғыҙ Айтматовтың 90 йыллығы менән бәйле юбилей сараларын уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Дюсен Касеинов 2018-2020 йылдар осорона ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретары вазифаһына ҡайтанан һайланды.

Даими советтың XXXV ултырышында һынлы сәнғәт өлкәһендә Премиялар тапшырылды. Лауреаттар 19-20-се пленэр йомғаҡтары буйынса билдәләнде. Даими совет ултырышы йомғаҡлау ҡағыҙҙарына ҡул ҡуйыу менән тамамланды. Концерт программаһы аҙағында төрки донъяның мәҙәни баш ҡалаһы символын Кастамону ҡалаһы вәкилдәренә тапшырыу тантанаһы булды.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

19.09.2018

Мәшһүр ҡурайсы-йыраусы, остаз

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әҙеһәм Исҡужиндың 90 йыллығы

18.09.2018

Тыуған яҡтар буйлап, уйҙар уйлап...
Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева.

17.09.2018

Театр, бөгөнгө көндә уның роле, үҙ асылыңды эҙләү, тамашасы күңеленә үтеп инеү
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артисы Рафиҡ Хәсәнов.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение