"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Республика ғалимдары IV Бөтә Рәсәй фольклорсылар конгресында ҡатнашты

Тулала IV Бөтә Рәсәй фольклорсылар конгресы үтте. Ул яҙыусы һәм фольклорсы П.В. Киреевскийҙың тыуыуына 210 йыл тулыуға һәм А.Н. Веселовскийҙың 180 йыллығына арналды. Сарала донъяның 19 иленән һәм Рәсәйҙең 50 төбәгенән халыҡ мәҙәниәте буйынса 300-ҙән ашыу ғалим һәм белгес ҡатнашты. Программаға 16 секция, өс һүҙ көрәштереү майҙансығы, халыҡ мәҙәниәтен һәм ғилми баҫмаларҙы актуалләштереү буйынса проекттар менән таныштырыу инде. Конгресс эшендә Башҡортостан вәкилдәре – Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәрҙәре Мираҫ Иҙелбаев, Розалиә Солтангәрәева, Гөлнур Хөсәйенова, Олеся Әхмәдрәхимова, Фәнирә Ғайсина, Айгөл Хәкимйәнова, Рәфилә Зиннурова ҡатнашты.
Докладтарҙа башҡорт мифологияһы персонаждары, айырым әкиәттәрҙең күп төрлөлөгө, сәсәндәр-риүәйәтселәр, башҡорттарҙың йыр ижады хаҡында билдәләнде. Конгресс – халыҡ ижадының байлығын күрһәтеү, башҡа төбәктәрҙән коллегалар менән бәйләнештәр булдырыу мөмкинлеге биргән үҙенсәлекле майҙансыҡ. Сара барышында этнографик, фольклор фильмдар күрһәтелде, экскурсиялар, концерттар, музейҙарға йөрөү ойошторолдо.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

11.12.2018

Ижадсы. Эске азатлыҡ
Яҙыусы Флүр Ғәлимов.

04.12.2018

Күңел бөтөнлөгө
Студия ҡунаҡтары - ғалимә Луиза Кирәева, шағирә Миләүшә Ҡыҙрасова һәм педагог Әлфиә Йосопова.

04.12.2018

"Бейеү – ул мөғжизә, сихри донъя!"

Нефтекама филармонияһы бейеүсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ноғоманов хаҡында тапшырыу.
Ә. Муллағолова.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение