Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Рөстәм Хәмитов 2018 йыл өсөн С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһын тапшырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын тапшырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Быйылғы лауреаттар:

— «Ғәмәл дәфтәре» шиғырҙар һәм поэмалар китабы өсөн яҙыусы, «Ағиҙел» әҙәби-нәфис һәм публицистик журналының проза бүлеге мөхәррире Салауат Әбүзәров;

— «Арҡайым» балеты өсөн композитор, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының композиция кафедраһы мөдире Ләйлә Исмәғилева һәм «Кремль балеты» театрының художество етәксеһе — баш балетмейстеры Андрей Петров;

— һынлы сәнғәт өлкәнһендә «Салауат күпере» ижади проекты өсөн рәссам, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Рифҡәт Арыҫланов.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение