Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Рәсәй Журналистар союзының 100 йыллығына «Журналистика – беҙҙең яҙмыш» конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Рәсәй Журналистар союзының 100 йыллығына «Журналистика – беҙҙең яҙмыш» конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. 2018 йыл Рәсәй Журналистар союзының йөҙ йыллығы менән иғтибарға лайыҡ. Ул 1918 йылдың 13 ноябрендә Совет журналистарының беренсе съезында ойошторола. Шуның менән бәйле Башҡортостан Журналистар союзы, Тыва коллегаларының башланғысын күтәреп, «Журналистика – беҙҙең яҙмыш» темаһына конкурс иғлан итте.
«Бөгөнгө көнгә Башҡортостан Журналистар союзының конкурс комиссияһына 10-дан ашыу материал тапшырылған, — тип һөйләне Башҡортостан Журналистар союзы консультанты Мәүлиҙә Яҡупова. — Һөнәрҙәштәребеҙҙең әүҙемерәк булыуҙарын һәм журналистикаға нисек килеүҙәре, яҙмыштың һәм профессияның нимә менән осраштырғаны, ниндәй фәһем алыуҙары, тормошта кемдәр менән осрашҡандары хаҡында уртаҡлашыуҙарын, сығарылыш имтихандары алдында торған, «тормош хаҡында фекер йөрөткән үҫмергә» кәңәш биреүҙәрен һорайбыҙ». Ғаризалар 2018 йылдың 1 июненә тиклем ҡабул ителә.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

15.08.2018

Кәтибә Кинйәбулатова "Клара"
Нурия Ирсаева уҡый

13.08.2018

Фәрзәнә Аҡбулатова "Туғайҙарҙа турғай"
Миңзәлә Хәйруллина уҡый, 1988 йылғы яҙма.

12.08.2018

"Рәхмәт, игенселәр"
Башҡортостан шағирҙарының шиғырҙары, 1983 йылғы яҙма.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение