Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Ольга Голодец 2020 йылда Өфөлә үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһын ойоштороу комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев 2020 йылда Өфөлә үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ольга Голодец рәйес итеп тәғәйенләнде. Рәсәй мәҙәниәт министры Владимир Мединский һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ойоштороу комитеты урынбаҫарҙары булды. Ойоштороу комитетына фольклориадаға әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса төп саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға кәрәк. Бөтә донъя фольклориадаһы – ғәйәт ҙур халыҡ-ара традицион мәҙәниәт фестивале. Сара дүрт йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Бөтә донъя конгресы һәм Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороу буйынса халыҡ-ара советы (CIOFF) 2020 йылда фестивалде үткәреү урыны итеп Өфөнө һайланы.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение