Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Музейҙар тураһында закон үҙ көсөнә инде

Бишенсе саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының йомғаҡлау ултырышында ҡабул ителгән «Башҡортостан Республикаһындағы музейҙар тураһында» закон үҙ көсөнә инде. Был турала республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

«Элек музей эше өлкәһендә хоҡуҡ мөнәсәбәттәре «Башҡортостан Республикаһының музей фонды һәм Башҡортостан Республикаһындағы музейҙар тураһында» республика законы менән көйләнде, — тип комментарий бирҙе Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев. — Был закон 1998 йылда уҡ ҡабул ителгән, бер нисә тапҡыр үҙгәртелгән һәм күптән инде уны кардиналь төҙәтеү ваҡыты килеп еткән. Яңы закон үҙ көсөнә ингәндән һуң ул көсөн юғалтты. Бынан тыш, яңыраҡ федераль ҡануниәткә Рәсәй Федерацияһы Музей фондына музей предметтарын һәм коллекцияларын индереүҙе ябайлаштырған үҙгәрештәр индерелде. Был яңылыҡты «Башҡортостан Республикаһындағы музейҙар тураһында» законды әҙерләгәндә иҫәпкә алдыҡ».
Константин Толкачев билдәләүенсә, яңы закон республика музейҙары һәм төбәк биләмәһендә Рәсәйҙең Музей фондтары өлкәһендә хоҡуҡ мөнәсәбәттәрен көйләй, дәүләт, муниципаль, шәхси музейҙар ойоштороу тәртибен билдәләй.

«Закон тарафынан музей предметтарына һәм коллекцияларына милек хоҡуҡтары беркетелгән, улар менән идара итеү тәртибе билдәләнгән. Унда шулай уҡ уникаль тарихи-художество комплекстарын һаҡлау һәм республикала донъя кимәлендәге коллекцияларҙы һаҡлаусы ҙур дәүләт музейҙары эшенә уңайлы шарттар булдырыу өсөн кәрәкле дәүләт музейҙарына айырым ярҙам формалары яҙылған, — тине Константин Толкачев. — Закон Башҡортостан музейҙарында булған мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлауҙы тәьмин итеүгә йүнәлтелгән».
http://www.bashinform.ru/news/1185967-v-bashkortostane-vstupil-v-silu-za...

Читать дальше

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение