"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Мостай Кәрим образы йәнләндерелде

Өфөлә Мостай Кәримдең тормошо һәм ижады тураһында күптән көтөп алынған «Мостай Кәрим. Яҡын офоҡ» спектакленең премьераһы уҙҙы. Спектаклде Башҡорт ҡурсаҡ театры Башҡортостандың халыҡ шағирының быуат юбилейы алдынан сәхнәгә сығарҙы – 2018 йылдың 20 октябрендә уның тыуыуына 99 йыл тула.

Бөтә төп тормош этаптарында Мостай Кәрим образы тәүгә театры сәхнәһендә тормошҡа ашырылды. Шағир ролендә – йәш актер Вадим Ғәбиҙуллин, уның хәләл ефете Рауза – Рәйлә Ғиззәтуллина. Сәхнәлә яҙыусының замандаштары һәм ҡәләмдәштәре, яҡындары һәм дуҫтары йәнләндерелә. Спектакль драма театры, ҡурсаҡ театры, пластик театр, кинодокументалистика һәм әҙәбиәт ҡатышмаһынан тора. Ваҡиғалар һәм фәлсәфәүи текстар хәҙерге театр теле менән бирелгән. Режиссер — Альберт Имаметдинов, рәссамдар — Әнисә Томаншина һәм Илнур Селәүсин, хореограф — Светлана Әйүпова, визуаль эффекттар буйынса рәссам — Урал Мәхийәнов.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

15.01.2019

Һәр замандың - үҙ хикмәте
Юмор һәм сатира оҫтаһы, танылған яҙыусы Марсель Сәлимов.

09.01.2019

Рәсәй матбуғаты көнө

Студия ҡунаҡтары: Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев менән Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре,“Өмөт”гәзитенең баш мөхәррире Рәдис Ноғоманов

26.12.2018

Һүҙ сәнғәтенең көсө
Башҡортостандың яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение