Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Монреаль ҡалаһында - һабантуй

Монреаль ҡалаһының «Ангриньон» паркында һабантуй ойошторолдо.

«Мираҫ» татар мәҙәниәте үҙәге хәбәр итеүенсә, байрамда Канадала тыуып үҫкәндәр, элекке Советтар Союзының күп һанлы халыҡтары вәкилдәре – бөтәһе 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Ҡунаҡтарға һабантуй картаһында тыуған илен билдәләргә тәҡдим иткәс, унда бөтә ҡалалар өсөн дә урын етмәне.

Байрамда халыҡ йырҙары, ҡурай һәм ҡумыҙ моңо яңғыраны, төрлө уйындар уҙғарылды, Рәшиҙә Таһирова үҙенең шиғырҙарын уҡыны, «Самбо-Монреаль» мәктәбе сығыш яһаны, һабантуйҙың традицион ярыштары — тоҡ кейеп, ҡалаҡтар, көйәнтәләр менән йүгереү, арҡан тартыу ҙа ситтә ҡалманы.

Һабантуйға Татарстандан Лилиә Хәйруллина һәм Айрат Имашев, шулай уҡ Торонтонан «Берлек» татар ойошмаһы делегацияһы вәкилдәре, Оттава һәм Монреаль ҡалаларынан художество коллективтары килгәйне. «Был ысын мәғәнәһендә тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ байрамы булды», — тип билдәләне сарала ҡатнашыусылар.

http://www.bashinform.ru/news/1176734-v-kanadskom-monreale-proshel-saban...

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

13.11.2018

Заман. Бала саҡ. Иң шәп китап
Билдәле шағирәләр Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина менән Тәнзилә Дәүләтбирҙина.

07.11.2018

"Башҡортостан уҡытыусыһы"журналы эшмәкәрлеге

Әңгәмәлә баҫманың баш мөхәррире, Республика нәшриәт йорто генераль директорының милли матбуғат буйынса ярҙамсыһы Салауат Кәримов ҡатнаша

Алып барыусы: Фәнүзә Баһауетдинова

06.11.2018

Арҙаҡлы яҙыусының "Йөрәктәге яҙмалар"ы
С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, танылған шағир һәм ғалим Рәшит Шәкүр.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение