Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

М.Кәрим түбәһе

43 градус, 10 минут, 747 секунд төньяҡ киңлек. 42 градус, 57 минут, 700 секунд көнсығыш оҙонлоҡ. Был Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында төп Кавказ һыртындағы Чегем тарлауығында Мостай Кәрим түбәһе координаталары. Түбәнең бейеклеге – 3555 метр. Уҙған шәмбе, 7 июлдә, Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө 1-се яртыла тау башына Башҡортостан Республикаһынан һәм Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһынан альпинистар төркөмө күтәрелде. Улар исемһеҙ тауға башҡорт халыҡ шағиры, һуғыш ветераны һәм Социалистик Хеҙмәт Геройы Мостай Кәрим исемен бирҙе. Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе бөйөк шағирҙың 2019 йылда билдәләнәсәк 100 йыллығына арналған проектты Хөкүмәт, Ҡабарҙы-Балҡарҙың йәмәғәт ойошмалары булышлығында тормошҡа ашырҙы. Экспедицияла Башҡортостандан Рус география йәмғиәтенең Төбәк бүлексәһе рәйесе, күренекле яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншин, Рус география йәмғиәтенең Төбәк бүлексәһе медиа-төркөмө етәксеһе, «Минең планета — Башҡортостан» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы Рөстәм Сиражетдинов, Рус география йәмғиәтенең ғәмәлдәге ағзаһы Александр Лынник, сәйәхәтсе Валерий Деев ҡатнашты.

Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының баш ҡалаһында, Нальчикта ошо юҫыҡтан митинг үтте. Ҡабарҙы-Балҡар парламенты вице-спикеры Сәлим Жанатаев, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының мәҙәниәт министры Мөхәдин Ҡомахов, спорт министры Ислам Хәсәнов митингта үҙ сығыштарында башҡорт делегацияһының мөһим эшен билдәләне. Ҡабарҙы-Балҡарҙың халыҡ шағиры, Мостай Кәримдең яҡын дуҫы, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың премия лауреаты Кайсын Кулиевтың тол ҡалған ҡатыны Элизат Кулиева Башҡортостан юлдаш телевидениеһына интервьюла былай тине:

«Мостай Кәрим һәм уның бөтә ғаиләһе беҙҙең яҡын кешеләребеҙ булды, бар һәм буласаҡ, ә уларҙың йөҙөндә беҙ ҡәҙер-хөрмәт иткән бөтә башҡорт халҡы».
Хәҙер Мостай Кәрим түбәһенә үрләүсе сәйәхәтселәрҙе уның иң юғары нөктәһендә шағирҙың Кавказ тауҙарына арналған шиғыры ҡаршы ала.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

16.07.2018

Нажибәк Хафизов "Запастағы Зариф"
М.Ғафури исемендәге БДАДТ артистары уҡый, 1958 йылғы яҙма.

15.07.2018

Ирек Кинйәбулатов шиғырҙары
Автор уҡый, 1994 йылғы яҙма.

14.07.2018

"Сихри йәй биҙәктәре", радиокомпозиция
Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмит Яруллин уҡый, 1990 йылғы яҙма.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение