"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Мәҡәл – һүҙ асҡысы, әйтем – күңел асҡысы.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премия лауреаттары билдәләнде

Башҡортостан Яҙыусылар берлегенең Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премия лауреаттары Мәүлит Ямалетдинов һәм Лира Яҡшыбаеваны ҡотлау тантанаһы үтте, тип хәбәр иттеләр ойошманан. 2016 йылдағы бүләккә Мәүлит Ямалетдинов “Ҡуласа” романы һәм Лира Яҡшыбаева “Халҡыбыҙ изгеләре” китаптары өсөн лайыҡ булды. Башҡортостан Яҙыусылар берлегенең Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премияһы 2012 йылда булдырылды, ике йылға бер тапшырыла. Тәүге лауреаты - Йыһат Солтанов. Уға “Сөләймән Мырҙабулатов: заманы һәм көрәше” тип аталған күләмле әҫәре өсөн бирелде. 2014 йылдың лауреаты тип “Ҡолой кантон” романы өсөн билдәле яҙыусы Спартак Ильясов лайыҡлы тип табылды.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение