"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Мәскәүҙә «Алтын битлек» фестивалендә Башҡорт театрының «Антигона»һы сәхнәләштерелә

13 мартта Рәсәйҙең төп милли театр премияһы — «Алтын битлек»кә дәғүә иткән спектаклдәр күрһәтелә башланы. Программала М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Антигона» спектакле лә бар. Ул 22 мартта А.С Пушкин исемендәге театрҙың төп сәхнәһендә ҡуйыла. «Антигона» ете номинацияға тәҡдим ителгән: «Иң яҡшы ҙур формалағы спектакль», «Иң яҡшы режиссер эше» — Фәрит Бикчәнтәев, «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» — Антигона роле өсөн Лилиә Ғәлина, «Иң яҡшы ир-егет роле» — Креон роле өсөн Олег Ханов, «Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» — Исмена роле өсөн Гөлмирә Исмәғилева, «Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле» — Хор роле өсөн Алмас Әмиров, «Иң яҡшы рәссам эше» — Альберт Нестеров. Рәсәйҙең төп театр премияһы — «Алтын битлек» 1993 йылда илдең Театр эшмәкәрҙәре союзы тарафынан булдырылған. Ул театр сәнғәтенең бөтә төрҙәрендә (драма, опера, балет, заманса бейеү, оперетта/мюзикл, ҡурсаҡ театры) миҙгелдең иң яҡшы эштәре өсөн бирелә. Премия лауреаттары йыл һайын ойошторолған спектаклдәр фестивалендә билдәләнә. «Алтын битлек» премияһын тапшырыу тантанаһы 15 апрелдә Ҙур театрҙың Яңы сәхнәһендә уҙа.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

11.12.2018

Ижадсы. Эске азатлыҡ
Яҙыусы Флүр Ғәлимов.

04.12.2018

Күңел бөтөнлөгө
Студия ҡунаҡтары - ғалимә Луиза Кирәева, шағирә Миләүшә Ҡыҙрасова һәм педагог Әлфиә Йосопова.

04.12.2018

"Бейеү – ул мөғжизә, сихри донъя!"

Нефтекама филармонияһы бейеүсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ноғоманов хаҡында тапшырыу.
Ә. Муллағолова.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение