Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Мәшғүллек хеҙмәте хәбәр итә

Һуңғы һайланма тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда эшкә һәләтле йәштәге халыҡ һаны — 1,955 миллион кешенән ашыу. Февралдә республикала уртаса хеҙмәт хаҡы 30 411 һум булған, тип хәбәр итә Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы.

Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы стандарттары буйынса иҫәпләүҙәргә ярашлы, әле Башҡортостанда 105,4 мең эшһеҙ бар. Ошо уҡ ойошма методологияһы буйынса, эшһеҙлек кимәле 5,4 процентҡа тиң.

Мәшғүллек хеҙмәтенең рәсми мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ағымдағы йылдың апрель аҙағына Башҡортостанда 21,2 мең теркәлгән эшһеҙ һәм 48,5 мең буш эш урыны иҫәпләнгән.

Хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлек коэффициенты, йәки эшһеҙ граждандарҙың вакансиялар һанына нисбәте 0,5-кә тиң булған.

Апрелдә республикала теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,06 процент тәшкил иткән.

Дөйөм алғанда, 2018 йылдың тәүге дүрт айында эшкә урынлашыуға бәйле 19,7 мең самаһы кеше мәшғүллек хеҙмәтендәге теркәү иҫәбенән төшкән. Ошо ваҡыт эсендә төбәктә 16 меңгә яҡын кеше эшһеҙ статусын алған

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение