"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Кубандә ҡурай моңо яңғыраны

Г. Пономаренко исемендәге Краснодар филармонияһында «Кубань хөрмәтенә, Рәсәй мәнфәғәтенә!» концерты уҙҙы. Ул Рәсәйҙә иң яҡшы оркестрҙарҙың береһе, «Кубань виртуоздары» дәүләт концерт рус халыҡ оркестрының 25 йыллығына арналды. Юбилей концерты илдең төрлө төбәктәренән һәм ҡалаларынан – Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Өфөнән, Симферополдән, Майкоптан, Белгородтан, Петрозаводскиҙан, Элистанан, шулай Көньяҡ Кореянан һәм Япониянан танылған сәнғәт оҫталарын йыйҙы. Концертта башҡорт көйө лә яңғыраны. Юбилей сараһын ойоштороусылар солист һәм дирижер сифатында Өфөнән күренекле музыкант, Башҡортостан Халыҡ музыка ҡоралдары оркестрын ойоштороусы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, республиканың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллинды саҡырҙы. Ул ҡурайҙа Морат Әхмәтовтың күренекле «Урал иртәһе» әҫәрен башҡарҙы. Ошо оркестр менән тәүге тапҡыр башҡорт авторының әҫәре яңғыраны, ул концертта булғандарҙың бөтәһе өсөн дә асыш булды.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

15.01.2019

Һәр замандың - үҙ хикмәте
Юмор һәм сатира оҫтаһы, танылған яҙыусы Марсель Сәлимов.

09.01.2019

Рәсәй матбуғаты көнө

Студия ҡунаҡтары: Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев менән Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре,“Өмөт”гәзитенең баш мөхәррире Рәдис Ноғоманов

26.12.2018

Һүҙ сәнғәтенең көсө
Башҡортостандың яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение