"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Күренекле диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы «Башҡортостандың алтын тауышы» Әхәт Мортазин арабыҙҙан китте

Башҡортостан мәҙәниәте ҙур юғалтыу кисерҙе. Кисә Өфөлә Башҡортостан радиоһының күренекле алып барыусыһы, «Башҡортостандың алтын тауышы», республиканың халыҡ артисы Әхәт Мортазин бик иртә арабыҙҙан китеп барҙы. Уға 59 йәш ине. Үткән көндө ул эштә – «Юлдаш» радиоһында үткәрҙе, яңылыҡтар уҡыны.
Әхәт Мотаһар улы Мортазин 1959 йылда Учалы районында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһында башлай һәм ғүмер буйы шунда эшләй. Тыңлаусылар уның матур, бәрхәт тауышын яңылыҡтар, көнүҙәк репортаждар буйынса белде, ул күп кенә ваҡиға урындарынан, байрамдарҙан, хөкүмәт сараларынан һәм концерттарҙан тура эфир алып барҙы. Хәләл ефете, «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы генераль директоры урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева менән ике бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Һөнәрҙәштәренә ул өйрәтеп ебәрергә, кәңәш менән ярҙам итергә һәм тәжрибә уртаҡлашырға һәр саҡ әҙер булған уҡымышлы, изге күңелле өлкән дуҫ булараҡ хәтерҙә ҡалды.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

11.12.2018

Ижадсы. Эске азатлыҡ
Яҙыусы Флүр Ғәлимов.

04.12.2018

Күңел бөтөнлөгө
Студия ҡунаҡтары - ғалимә Луиза Кирәева, шағирә Миләүшә Ҡыҙрасова һәм педагог Әлфиә Йосопова.

04.12.2018

"Бейеү – ул мөғжизә, сихри донъя!"

Нефтекама филармонияһы бейеүсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ноғоманов хаҡында тапшырыу.
Ә. Муллағолова.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение