"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Уңған аяғына ҡарап юрғанын һуҙыр, ялҡау юрғанына ҡарап аяғын һуҙыр.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Күренекле актер, педагог, драматург Илшат Йомағоловтың хәтер кисәһе үтә

19 ғинуарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында танылған актер, педагог, драматург, Башҡорт АССР-ының һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Илшат Йомағоловтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе була. Ижад кисәһендә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, Салауат башҡорт театры, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе артистары ҡатнаша. Кисә ике бүлектән тора: тәүгеһендә — драматургтың пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙән өҙөктәр, икенсеһендә иһә уның ҡатнашлығында «Башватҡыс» фильмын (режиссеры — актерҙың улы Айсыуаҡ Йомағолов) күрһәтеү ҡаралған. Илшат Хәлил улы Йомағолов 1932 йылдың 26 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы Тимербай ауылында (хәҙерге Көйөргәҙе районы) тыуған. 1952 йылда Өфө театр-художество училищеһының театр факультетын тамамлағас, 1989 йылға тиклем М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында актер булып эшләй (1954-1959 йылдарҙа Мәскәүҙә А.В. Луначарский исемендәге дәүләт театр сәнғәте иниститутында уҡығанда һәм 1971-1975 йылдарҙа Ғ. Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрында эшләгәндә ижади эшмәкәрлеген туҡтатып тора). Ҙур сәхнә оҫтаһы, һәләтле шәхес Илшат Йомағолов бөтә ғүмерен башҡорт театр сәнғәтенә хеҙмәт итеүгә арнаны. Ижади ҡеүәткә, сағыу, үҙенсәлекле талантҡа эйә актер 50-нән ашыу онотолмаҫлыҡ ролдәр тыуҙырҙы, улар араһында — Уильям Шекспирҙың шул уҡ исемдәге трагедияһында Макбет, Мостай Кәримдең «Ташлама утты, Прометей!» драмаһында Прометей, Антон Чеховтың «Аҡсарлаҡ» драмаһында Треплев, Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» спектаклендә Закир, Азат Абдуллиндың «Ун өсөнсө председатель» драмаһында Байымов, Нәзим Хикмәттең «Бөтәһе тарафынан онотолған» һәм «Сәйерҙәр» пьесаларында Доктор һәм Әхмәт Риза-бей, Ибраһим Абдуллиндың «Бер мөхәббәт яҙмышы» спектаклендә Зәки һәм башҡалар.
Ғ. Камал исемендәге Татар академия драма театры сәхнәһендә Илшат Хәлил улы Исмәғилде (Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу»), Пугачевты (Туфан Миңнуллиндың «Бәхтейәр Ҡанҡаев»), Рябининды (Игнатий Дворецкийҙың «Человек со стороны» драмаһы) бик оҫта башҡарҙы.
Кино һәм телевидениелағы уңышлы эштәре менән дә ул киң популярлыҡ яуланы. «Мосфильм» киностудияһының «Алтын атлы һыбайлы» фильмында (1980) Илшат Йомағолов Күсәр байҙың иҫтә ҡалырлыҡ һәм үҙенсәлекле образын тыуҙырҙы.
«Нәркәс» (пьеса СССР халыҡтарының драматургия фестивалендә I дәрәжә дипломға лайыҡ булды), «Сәсәндәр», «Семәрле тәхет», «Юғалтыуҙар аша», «Буш сәңгелдәк», «Торналар ҡайта» һәм башҡа билдәле драма әҫәрҙәре авторы булараҡ башҡорт драматургияһын үҫтереүгә тос өлөш индерҙе. Ул Александр Островскийҙың, Жан Батист Мольерҙың, Тэд Уильямстың бер нисә әҫәрен башҡортсаға тәржемә итте. Ғәли Ибраһимов исемендәге премия менән билдәләнде.
2007 йылдың 3 ноябрендә Илшат Йомағолов ҡаты һәм оҙайлы ауырыуҙан һуң 76-сы йәшендә донъя ҡуйҙы. Өфөлә ерләнгән.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение