"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Мәҡәл – һүҙ асҡысы, әйтем – күңел асҡысы.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Ижадсыларҙың хеҙмәте баһаланды

Күптән түгел 25 йыллығын билдәләгән телеканал ижадсыларының тырыш хеҙмәте Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән баһаланды. Тантанала билдәләнеүенсә, улар барыһы ла Башҡортостанда балалар телевидениеһын үҫтереүгә тос өлөш индерә. 25 йыл дауамында «Тамыр» телеканалы милләттең киләсәге булырҙай һәләтле, рухлы балалар тәрбиәләү майҙанына әүерелде.

«Тамыр» телеканалының сирек быуат эсендә яулаған уңыштары һанап бөткөһөҙ. Ижади коллектив республикалағы тәүге «Алтын Орфей» хужаһы, күп тапҡырҙар «Тэфи-төбәк» конкурстары еңеүсеһе, «Включайся» Халыҡ-ара балалар телевидениеһы фестиваленең төрлө номинациялары призеры ла. «Тамыр»ҙар ижад иткән фильм-йәнһүрәттәр, тапшырыуҙар геройҙары башҡорт телендә һөйләшеп кенә ҡалмай, ә кескәй тамашасыларҙа милли рух, зауыҡ, башҡорт халыҡ йолаларына, тарихына һөйөү тәрбиәләй. Әйткәндәй, "Тамыр"ҙар былтыр тәүге башҡорт балалар сериалына нигеҙ һалды. Картинаны йыл аҙағында тамашасыға сығарырыу күҙаллана. Шулай уҡ «Янур» телевизион-анимация проекты өҫтөндә лә эш дауам итә.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение