"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Июндә ял көндәре

Июндә республика халҡын 12 июндә — Рәсәй көнөн һәм 15-дә Ураҙа байрамын билдәләү уңайынан оҙайлы ялдар көтә.

2018 йылда Рәсәй көнө шишәмбегә тура килә. Шуға күрә Рәсәй хөкүмәте оҙайлы ялдарҙы тәьмин итеү өсөн шәмбе 9 июндәге ял көнөн дүшәмбе 11 июнгә күсереү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Шуға ярашлы, Рәсәй көнөнә бәйле ял көндәре быйыл 10 июндән 12-һенә тиклем дауам итә.

Ике эш көнөнән һуң Башҡортостан халҡын Ураҙа байрамы көтә, быйыл ул йомаға, 15 июнгә, тура килә.

Республика хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 15 июнь Башҡортостанда байрам көнө тип иғлан ителгән. Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында республикала йәшәүселәр тағы өс көн рәттән – 15 июндән 17-һенә ҡәҙәр ял итә ала, тип асыҡлыҡ индерҙеләр республиканың Хеҙмәт министрлығында.

Өҫтәүенә 9 һәм 14 июндә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

19.09.2018

Мәшһүр ҡурайсы-йыраусы, остаз

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әҙеһәм Исҡужиндың 90 йыллығы

18.09.2018

Тыуған яҡтар буйлап, уйҙар уйлап...
Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева.

17.09.2018

Театр, бөгөнгө көндә уның роле, үҙ асылыңды эҙләү, тамашасы күңеленә үтеп инеү
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артисы Рафиҡ Хәсәнов.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение