"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

III «WorldSkills Russia» төбәк чемпионатында ҡатнашыусылар һөнәри оҫталыҡ буйынса ярыша

Башҡортостанда 450-нән ашыу конкурсант III «Йәш профессионалдар» төбәк чемпионатында һөнәри оҫталыҡ буйынса ярыша. Ярыштар Өфө, Бәләбәй, Нефтекама, Стәрлетамаҡ һәм Сибай һөнәри белем биреү ойошмалары майҙансыҡтарында ойошторолған. 37 профессиональ компетенцияның 17-һе — баш ҡалалағы ВДНХ-Экспо майҙансығында. Ҡатнашыусылар төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары, мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары, ижад һәм дизайн, етештереү һәм инженер технологиялары, хеҙмәттәр өлкәһе, транспорт һәм логистика буйынса оҫталығын күрһәтә. Быйыл Өфөгә Әстрхан, Екатеринбург, Татарстан Республикаһы, Ярославль һәм Мәскәү өлкәләренән студенттар килгән. Мәҫәлән, Өфө эшҡыуарлыҡ, экология һәм дизайн колледжы ойошторған флористика буйынса майҙансыҡтың эшендә, республика уҡыу йорттарынан тыш, Ҡазан һәм Мәскәү студенттары, эшҡыуарлыҡ майҙансығында пилот варианты сифатында өс йәштәр командаһы — йәш профессионалдар ҡатнаша. Республика чемпионатында еңеүселәрҙең исемдәре бөгөн 12 февралдә иғлан ителә.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

15.01.2019

Һәр замандың - үҙ хикмәте
Юмор һәм сатира оҫтаһы, танылған яҙыусы Марсель Сәлимов.

09.01.2019

Рәсәй матбуғаты көнө

Студия ҡунаҡтары: Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев менән Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре,“Өмөт”гәзитенең баш мөхәррире Рәдис Ноғоманов

26.12.2018

Һүҙ сәнғәтенең көсө
Башҡортостандың яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение