"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Ере күп булған ил көлөр,
Бейе күп булған ил бөлөр.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

II «Барыня-йыр» төбәк-ара рус йырын яңғыҙ башҡарыусылар конкурсы үтте

Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауылында II «Барыня-йыр» төбәк-ара рус йырын яңғыҙ башҡарыусылар конкурсы уҙҙы. Конкурста төрлө йәштәге яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнашты, уларҙың иң бәләкәйҙәренә алты йәш булһа, иң олоһона 72 йәш ине. Бәйгегә Межгорье ҡалаһынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Силәбе өлкәһенән һәм Татарстандан йырсылар килгде.
Уларҙың башҡарыу оҫталығын Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, Рәсәйҙең Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Йәмил Әбделмәнов, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамблендәге «Забава» рус халыҡ уйын ҡоралдары ансамбленең художество етәксеһе (Өфө ҡалаһы), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ артисы Виктор Ярцев, Ырымбур дәүләт сәнғәт институты доценты Светлана Банникова, Пермь дәүләт мәҙәниәт институты доценты Әлфиә Әғләмйәнова баһаланы. Конкурста алты йәштән 72 йәшкәсә йырсылар ҡатнашты. 6-11 йәшлектәр араһында Салауат ҡалаһынан София Мөхәмәтдинова — беренсе, Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһынан Полина Козлова — икенсе, Стәрлетамаҡ районынан Татьяна Тупичкина өсөнсө дәрәжә лауреат исемен алды.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение