"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Иң яҡшы уҡытыусыларға -- 200 мең һум

Башҡортостан Мәғариф министрлығы 2018 йылда иң яҡшы уҡытыусыларға аҡсалата бүләк биреү конкурсы еңеүселәрен раҫланы. Тейешле бойороҡ ведомство сайтында баҫылып сыҡҡан.

Документта премияны 33 уҡытыусы ала тип яҙылған. Республикала иң яҡшы уҡытыусылар тип башҡорт теле һәм әҙәбиәте, география, биология, математика, башланғыс класс, рус теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте, физика, технология, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү, информатика һәм мәғлүмәти-коммуникация технологиялары, шулай уҡ йәмғиәтте өйрәнеү тарихы, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте, география, һынлы сәнғәт, иҡтисад, Рәсәй халыҡтарының дини-әҡлаҡи нигеҙҙәре, тарих уҡытыусылары танылған.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостан Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һәр еңеүсе 200 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк аласаҡ.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

11.12.2018

Ижадсы. Эске азатлыҡ
Яҙыусы Флүр Ғәлимов.

04.12.2018

Күңел бөтөнлөгө
Студия ҡунаҡтары - ғалимә Луиза Кирәева, шағирә Миләүшә Ҡыҙрасова һәм педагог Әлфиә Йосопова.

04.12.2018

"Бейеү – ул мөғжизә, сихри донъя!"

Нефтекама филармонияһы бейеүсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ноғоманов хаҡында тапшырыу.
Ә. Муллағолова.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение