"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Мәҡәл – һүҙ асҡысы,
әйтем – күңел асҡысы.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Иң шәп ҡымыҙсылар аталды

Дәүләкән районында ҡымыҙсылар һәм йылҡы көтөүселәре араһында республика бәйгеһе үтте. Былтыр Баймаҡ районында уҙғарылған конкурста Дәүләкән вәкиле беренсе урынды яулағайны, шуға быйылғы бәйге Дим буйҙарында ойошторолдо. Конкурс шарттары буйынса, ҡымыҙсылар ярышы еңеүсенең тыуған яғында үткәрелә. Быйылғы бәйгегә республиканың 47 районынан вәкилдәр йыйылды. Бәйгелә ҡымыҙ сифаты һәм етештереүселәрҙең тейешле документтары булыуына төп иғтибар бирелде. Һөҙөмтәлә, беренсе урынды "Йоматау" шифаханаһынан Рушан Нәбиуллин яуланы. Икенселә - Әбйәлил, өсөнсөлә Белорет райондары вәкилдәре урынлашты. Шулай итеп, 2018 йылда ҡымыҙсылар бәйгеһе Өфө районында үтәсәк.
- Быйылғы конкурс юғары кимәлдә уҙғарылды. Дәүләкән районы хакимиәте, Ауыл хужалығы министрлығы һәм бәйгегә килгән райондарға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, - ти Өфө дәүләт ат һарайы баш зоотехнигы һәм конкурсты ойоштороусыларҙың береһе Тәхәүи Вәлиев.
Бынан тыш, сара барышында район зоотехниктары араһында ат егеү буйынса бәйге үтте, шулай уҡ "Ылаҡ" халыҡ уйыны күрһәтелде.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение