Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Фольклориадаға әҙерлек

Башҡортостанда 2020 йылда үтәсәк бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек башланды. Саранан балалар ҙа ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге Республика мәғариф министрлығы, йәмәғәт ойошмалары менән берлектә балаларҙың фольклор уйындарын уҙғара. Фестиваль йәш быуынды ата-бабалар рухында тәрбиәләү, телгә, рухи мираҫҡа һөйөү уятыуҙы маҡсат итә. Төбәк-ара фестивалдә Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә ҡатнаша ала. Район-ҡала этаптары алдағы аҙнала башлана һәм бер ай дауам итәсәк, икенсе турҙа ҡатнашыусыларҙы видеояҙмалар буйынса жюри һайлап аласаҡ.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение