"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

"Донъя халыҡтары ҡомартҡылары" исемлегендә -- "Урал батыр" эпосы

Якутскиҙа Халыҡ-ара интеллектуаль уйындарҙа ҡатнашыусы Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Саха (Яҡут) Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Александр Жирков һәм Сингапур Милли университеты һәм Наньянг технологик университеты профессоры, физика буйынса халыҡ-ара Азия олимпиадаһы президенты, Халыҡ-ара интеллектуаль уйындарҙың программа комитеты рәйесе Леонг Чуан Квек менән осрашты.

Әңгәмә барышында сенатор Уйындарҙы үткәреү өсөн рәхмәт әйтте һәм бындай форматтағы сара ил төбәктәрендә тәүгә ойошторолоуын билдәләне.

«Яҡут коллегалары ярҙамында халыҡ-ара кимәлдә йәштәрҙең ғилми-техник ижады күргәҙмәләрен үткәреү менән шөғөлләнеүсе ойоштороусылар менән таныштыҡ. Унан бигерәк, Халыҡ-ара интеллектуаль уйындарҙы 2023 йылда Рәсәйҙә уҙғарыуға саҡырыу алдыҡ», — тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Яҡут Республикаһының ЮНЕСКО менән «Донъя халыҡтары ҡомартҡыларын» китаптар серияһын булдырыу буйынса берләштерелгән проект менән ҡыҙыҡһынды. Уның һөҙөмтәһендә яҡут теленә «Манас» ҡырғыҙ эпосы, «Маадай Хара» алтай эпик әҫәре, «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосы тәржемә ителгән. ЮНЕСКО-ның матди булмаған мираҫы тип танылған «Олонхо» яҡут героик эпосы бер нисә донъя халыҡтары теленә тәржемә ителгән.

«Олонхо ерендә донъя халыҡтары эпостары» халыҡ-ара эпик форумында төҙөлгән Үҙ-ара тәржемәләү тураһында килешеү сиктәрендә «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосы – яҡут теленә, ә «Олонхо» яҡут эпосы башҡорт теленә тәржемә ителгән. Форум 2015 йылдың июнь айында Яҡут Республикаһының баш ҡалаһында үтте.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

19.09.2018

Мәшһүр ҡурайсы-йыраусы, остаз

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әҙеһәм Исҡужиндың 90 йыллығы

18.09.2018

Тыуған яҡтар буйлап, уйҙар уйлап...
Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева.

17.09.2018

Театр, бөгөнгө көндә уның роле, үҙ асылыңды эҙләү, тамашасы күңеленә үтеп инеү
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артисы Рафиҡ Хәсәнов.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение