"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Дим буйы йәштәре йыйыны уҙҙы

Ял көндәрендә Башҡортостанда, Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылы эргәһендә, Дим буйы йәштәре йыйыны уҙҙы.

Ойоштороусылар — Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Дәүләкән районы хакимиәте булышлығында Дәүләкән районы мөхтәсибәте.

Сараға 600-гә яҡын кеше йыйылды. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ике майҙансыҡ эшләне.

Тәүгеһендә, ир-егеттәр секцияһында — хәҙерге йәштәрҙе борсоған мәсьәләләрҙе һәм заман саҡырыуҙарын, икенсеһендә ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмаларының йәмғиәттең социаль һаулығына йоғонтоһон тикшерҙеләр.

Роберт Юлдашев, Айгөл Муллагилдина, Илгизә Абдрахманова һәм башҡа башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында спорт ярыштары һәм байрам концерты булды, тип хәбәр итте Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының йәштәр бүлегенең социаль-хәйриә эшмәкәрлеге координаторы Данил Сөләймәнов

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

15.01.2019

Һәр замандың - үҙ хикмәте
Юмор һәм сатира оҫтаһы, танылған яҙыусы Марсель Сәлимов.

09.01.2019

Рәсәй матбуғаты көнө

Студия ҡунаҡтары: Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев менән Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре,“Өмөт”гәзитенең баш мөхәррире Рәдис Ноғоманов

26.12.2018

Һүҙ сәнғәтенең көсө
Башҡортостандың яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение