Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Билдәле яҙыусы һәм ғалим «Ғәлимйән Ибраһимовтың мираҫы» исемле ғилми - ғәмәли конференция үтә

Өфөлә 24 мартта Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуының 100 йыллығына арналған «Ғәлимйән Ибраһимов мираҫы» ғилми-ғәмәли конференция үтә. Конференция яҙыусы, ғалим, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәре, Рәсәй федерализмы башында торған һәм ике республика – Башҡортостандың һәм Татарстандың ойошторолоуына тос өлөш индергән кеше – Ғәлимйән Ибраһимовтың мираҫына арналған.
Форумға танылған яҡташыбыҙҙың күп ҡырлы мираҫын өйрәнеүсе тел белеме, мәғариф, әҙәбиәт һәм тарих өлкәһендәге ғалимдар, белгестәр йыйыласаҡ. Атап әйткәндә, Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдиндың, Башҡортостан Башлығы ҡарамағында Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе Вячеслав Петковтың, Болгария ислам академияһы Рәсәй ислам институты һәм Ҡазан ислам университеты ректоры профессор Рафиҡ Мөхәмәтшиндың сығышы күҙаллана. Конференцияла ҡатнашыусыларға «Төндәге йәшен» (авторы Марат Ибраһимов, режиссеры Мариэтта Шамсиева) фильмы тәҡдим ителәсәк. Ауырғазы тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Саимә Әминева Ғәлимйән Ибраһимовтың тормошона һәм ижадына арналған музей экспозицияһы хаҡында һөйләй.
Конференция Сочи урамы, 43, «Ихлас» мәсетенең залында үтә. Иртәнге 10-сы яртыла башлана.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение